Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
15 Апрель 2020, 09:00

15 апрель

Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы (1890—9.01.1931), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919 йылдың июненән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, 1920—1923 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары ярҙамсыһы, ер эштәре халыҡ комиссары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Абҙан ауылынан.Исмәғилев Ришат Сәлих улы (1920) педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1985 йылдарҙа Нуриман районы Байгилде урта мәктәбе директоры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 1—7‑се съездары делегаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1957) дәрәжә Ватан һуғышы, «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Нимесләр ауылынан.

Ғиләжетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы (1930—30.08.2011), ғалим-философ, социолог, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡтыусыһы, 1990 йылдан — иҡтисад һәм хеҙмәт социологияһы кафедраһы, 1991 йылдан — социология, 2000—2006 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1998 йылдан — Социаль-иҡтисад тикшеренеүҙәр институтының социология бүлеге мөдире, 2004—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социалогик һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Рәсәй Социаль фәндәр академияһы академигы (1997). Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (1992—2006), Рәсәй социология ассоциацияһының республика бүлексәһе (2003—2005) рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Арыҫлан ауылынан.
Иванов Пётр Ильич (1950), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1980 йылдан Стәрлетамаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Тряпино ауылынан.
Гафаров Винер Гәбдрәхим улы (1955), ғалим-табип. 1997 йылдан Өфө ҡалаһының 2-се стоматалогия поликлиникаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2003), Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған табибы. Ғафури районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо райондың Яңғыҙҡайын ауылынан.
Глухарёв Василий Геннадиевич (1980), спортсы, тренер. 2000—2008 йылдарҙа спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 2008 йылдан Төмән өлкәһе йыйылма командаһының баш тренеры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004). Шәхси зачётта Рәсәй чемпионы (2001—2008). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Ил һәм донъя буйынса
Уильям Куллен (1710—1790), Шотландия табибы, организм функцияларының нервыларға нигеҙләнеүен асыҡлаусы.
Феличе Фонтана (1730—1805), Италия физигы, натуралист һәм химик.
Джеймс Кларк Росс (1800—1862), Британияның сәйәхәтсе диңгеҙ офицеры.
Эвандер Макнейр (1820—1902), АҠШ генералы, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
Макс Вертгеймер (1880—1943), Чехия психологы, гештальтпсихологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Иосиф Апанасенко (1890—1943), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы геройы.
Мигель Найдорф (1910—1997), Аргентина шахматсыһы.
Илбарис Надиров (1925—2009), ғалим-фольклорсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1983).
Жорж Декриер (1930—2013), Францияның театр һәм кино актёры.
Линда Перри (1965), АҠШ йырсыһы.
Эмма Уотсон (1990), Британия актрисаһы, Гарри Поттер тураһындағы фильмдарҙа Гермиона роле менән билдәлелек алыусы.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Халыҡ-ара мәҙәниәт көнө.
Радиоэлектрон көрәш белгестәре көнө.
Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһының премьераһы була (1955).
АҠШ-тың Иллинойс штаты Дез-Пленз ҡалаһы эшҡыуары Рэй Крок үҙенең тәүге «Макдоналдс» ресторанын аса (1955).
Симферополь ҡалаһында тергеҙелгән хәҙерге Ҡырымтатар академия музыкаль драма театрының беренсе тамашаһы (1990).

Фото: Т.Аманов
Читайте нас: