“Мин Ишембай районының Маҡар ауылында почтальон булып эшләйем. Быйыл пенсияға сыҡһам да, эшемде ташларға йыйынмайым. Һөнәремде яратам, һәр бер өйгә инеп, кешеләрҙе гәзит- журналдарға яҙҙырам. Ауылыбыҙ ҙур. Тышта ямғыр яуып торһа ла, ҡыш көндәре буран ҡоторһа ла, гәзит- журналдарҙы таратырға кәрәк.
Матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса ла, тауар һатыу буйынса ла планды үтәп киләм. Ауыл халҡының холоҡ- фиғелен өйрәнеп бөткәнмен. Кемдер беренселәрҙән булып алдан яҙыла, икенсе берәүҙәр ун көнлөк ташлама яһалған ваҡытты көтә, өсөнсөләр өс айға ғына яҙылып тороуҙы хуп күрә. Шуға һөйөнәм: халыҡ рухи аҙыҡты өҫтөн күрә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына теләп яҙыла. “ Йәшлек”кә уҡыусыларының тағы ла артыуын теләйем",
- тип яҙған ул беҙгә хатында.