Гәзиткә яҙылыу
16 Апреля 2013, 10:22

Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!

Башҡортостан халҡы илдә матбуғат менән иң дуҫы һанала. Беҙҙә һәр мең кешенең 501-е гәзит-журналға яҙыла. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, Татарстан­да был күрһәткес – 436, Һамарҙа – 279, Мәскәүҙә матбуғатты мең кешенең ни бары 50-һе генә яҙҙырып уҡый. Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Ирек Ғәлимов белдереүенсә, ваҡытлы матбуғаттың 80 процентын урындағы халыҡ алдыра. Тимәк, был гәзит-журнал биргән мәғлүмәткә халыҡ ышаныс белдерә тигән һүҙ.Беҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙең дуҫтарға тик дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тырышабыҙ. Тик, тормош булғас, барыһы ла була, тигәндәй, гел генә яҡшы яңылыҡ ҡына ла яҙып булмай шул. Хатта гәзит уҡыусылар, ниңә тәнҡит юҡ, тип тә мөрәжәғәт итә.

Читайте нас