Хөрмәтле дуҫтар, гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Әлбиттә, беҙҙең тоғро уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе әллә ҡасан уҡ гәзитебеҙгә яҙылыу квитанцияһын тултырғандыр. Кем һаман, ваҡыт бар әле, тип йөрөй, һуңға ҡалып ҡуймағыҙ, тип иҫкәртәбеҙ.
Райондарҙа йөрөп, уҡыусыларыбыҙ менән осрашҡанда йыш ҡына баҫмабыҙҙы ҡышын йышыраҡ уҡыуҙарын әйтәләр. “У-уу, “Йәшлек”те уҡыйбыҙ инде ул, тик ҡышҡы һалҡындарҙа, әле эш күп шул”, − ти бәғзеләр. Һуң, хөрмәтле йәмәғәт, кем әйтмешләй, үлгәс тә өс көнлөк эш ҡала инде. Эшләгеҙ ең һыҙғанып, тырышып эшләгеҙ. Мәгәр шунда нисәлер минутлыҡ ял иткән ваҡытығыҙҙа йә тәмәке тартҡансы, йә юҡты-бушты һөйләгәнсе, ҡулығыҙға “Йәшлек”те алып тороп уҡып ебәрһәгеҙ ни була?! Һис бер ерегеҙ кәмемәҫ. Киреһенсә, беҙгә, бөтә күңелен биреп гәзит сығарыусыларға, ярҙамығыҙ булыр. Ваҡыты еткәс, беҙ һеҙгә ҡул һуҙырбыҙ.
80148 индексы буйынса ярты йылға яҙылыу хаҡы – 364 һум 56 тин.