

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышта 14 илдән һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенән килгән 40 команда составында 300 студент ҡатнашты. Улар араһында Беларусь, Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан, Ираҡ, Иран, Алжир, Мексика һәм башҡа ил вәкилдәре лә булды.
Халыҡ-ара геология чемпионаты геология һөнәрҙәрен популярлаштырыу, студенттарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһындағы бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов ҡатнашты.
Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар – «РМК» акционерҙар йәмғиәтенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы директоры Вячеслав Гемель, Башҡортостан Республикаһындағы «РМК»-ның партнёры булған «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев сығыш яһаны. «Рус баҡыр компанияһы» чемпионаттың генераль бағыусыһы булды.
– Дүртенсе йыл рәттән буласаҡ геологтарҙы республикабыҙҙа ҡаршылау – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, – тип билдәләне Радий Фәрит улы чемпионатты асыу тантанаһында. – «ГеоВызов» – ябай ғына ярыш түгел, ә геология тигән ҡыҙыҡлы фән менән бәйле кешеләрҙе берләштергән үҙенсәлекле майҙан. Чемпионатта ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра. Бында яңы дуҫтар табыуығыҙҙы теләйем һәм һәр берегеҙҙе Башҡортостанға саҡырам!
«РМК» акционерҙар йәмғиәтенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса етәксеһе Вячеслав Гемель чемпионаттың Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға булыуын белдерҙе:
– Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙенсәлекле геолог һөнәрен һайлаған. Был белгестәр геологик разведка эштәрен башҡара, ә уларҙың хеҙмәте артабан ил сәнәғәтен үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. Бында йәштәрҙең шул тиклем күп булыуы ҡыуандыра. Был геологияның йәшәүенә һәм уның ышаныслы ҡулда булыуына ышаныс бирә. Предприятиеларыбыҙҙа геологтарҙың яңы быуынын күреүгә беҙ бик шатбыҙ, – тине ул.
Сәләмләү һүҙе менән Таһир Бәхтигәрәев та сығыш яһаны.
– Беҙ Башҡортостанда Әбйәлил районы биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Салауат» масштаблы инвестиция проектын тормошҡа ашырабыҙ. Хәҙерге ваҡытта ғәмәлдәге лицензия буйынса эҙләү-баһалау этабында геологик разведка эштәре алып барыла. «Салауат» компанияһы эшмәкәрлегенең тәүге көнөнән үк Әбйәлил районында байтаҡ социаль проекттарҙы тормошҡа ашырҙы. Улар араһында мәктәп уҡыусылары өсөн «Ғилем» олимпиадаһын ойоштороу, «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөү, Буранғол ауылындағы мәктәп-интернатта капиталь ремонт үткәреү, Михайловка ауылында физкультура залы төҙөү, республиканың тәбиғи һәм һыу ресурстарын тергеҙеү, социаль объекттар биләмәләрен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү кеүек эштәр бар.
Бындай масштаблы сарала ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Бында Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә һәләтле һәм уңышлы студенттар ҡатнаша, – тип һөйләне ул.
Карьера көнө
Чемпионат башланырҙан бер көн алда Карьера көнө лә үтте. Унда Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев, компанияның инвестиция проекты менән таныштырып, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, мәртәбәле ярышта ҡатнашыусылар эш биреүселәр менән яҡындан аралашты.
– «Салауат» проекты буйынса запастарҙы уңышлы раҫлау һәм уның иҡтисади нигеҙләмәһен әҙерләү Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинатын тулы күләмдә төҙөүгә юл аса. Фараздар буйынса, был төбәк өсөн яҡынса 1 500 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә, – тип хәбәр итте Таһир Тимербай улы презентация барышында.
Киләсәктәге тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәренә юғары һәм конкурентлыҡҡа һәләтле хеҙмәт хаҡы, ышаныслы социаль пакет, эш биреүсе иҫәбенә уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү мөмкинлеге, матди ярҙам һәм башҡа өҫтөнлөктәр тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостан – геологтар
өсөн уңайлы төбәк
Чемпионат өсөн Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел. Республиканың тәбиғи байлығы, үҙенсәлекле геологик ҡоролошо йәш белгестәргә ысын ялан шарттарында эшләү мөмкинлеге бирә. Боронғо Урал тауҙары, үҙенсәлекле ландшафт, ЮНЕСКО-ның ике геопаркы һәм уникаль геологик объекттар чемпионатта ҡатнашыусыларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
28 августан 9 сентябргә тиклем дауам иткән чемпионат программаһы бик бай булды. Командалар «Нефть һәм газ», «Минералогия һәм петрография», «Геологик маршрут», «Гидрогеология», «Шлихлы һынау», «Геохимия», «Кристаллография», «Палеонтология», «Радиометрия» һәм башҡа йүнәлештәр буйынса көс һынашты. Чемпионат барышында ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы таныштар ҙа булдырҙы, Башҡортостандың тәбиғәте, тарихы, мәҙәниәте менән дә танышты.
«Геовызов» йәш белгестәргә, үҙ көстәрен һынауҙан тыш, киләсәктә һөнәри үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә аса. Алдағы чемпионаттарҙа уңышҡа өлгәшкән студенттарға эре компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге бирелгән. Санкт-Петербург университеты вәкилдәре, мәҫәлән, «Башнефтегеофизика» ойошмаһында бер ай дауамында тәжрибә туплап, сейсмика менән эшләү һәм уны интерпретациялау буйынса практик белем алған. Тимәк, чемпионаттың маҡсаты – иң көслө йәш геологтарҙы асыҡлау ғына түгел, ә уларға һөнәри юл башлау өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыу.
«ГеоВызов» йәш геологтарҙың һөнәри оҫталығын һынаған чемпионат ҡына түгел, ул фән, белем, тәжрибә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте берләштергән ҙур майҙан булып, Башҡортостандың геология мөмкинлектәрен тағы бер тапҡыр күрһәтте.
Г. РАМАҘАНОВА.