Фестиваль дүрт тематик йүнәлеште берләштерҙе:
– «Аҫылташ» йәштәр форумы. Унда йәш яҡташтар берләшмәләренең 300-ҙән ашыу вәкиле йыйылды;
– эшләүсе йәштәрҙең туристик слеты;
– студенттар советтары, студент ятаҡтарының профсоюздары активистарының туристик слеты;
– илебеҙҙең ҙур ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары ҡатнашлығында «Бергә» йәштәр форумы.
Бынан тыш, төрлө майҙансыҡта йәштәр үҙ белемен камиллаштырҙы, фекер алышты, тәжрибә тупланы һәм уртаҡлашты. “Росмолодежь. Гранты” майҙансығының эшләүе лә бик файҙалы булды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн РФ Йәштәр эштәре буйынса агентлыҡтың грант ярҙамына проекттар конкурсы ойошторолдо.
Әйткәндәй, фестивалгә муниципалитеттарҙың йәштәр сәйәсәте тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Улар өсөн квалификацияны күтәреү буйынса семинар үтте.
БР Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, һәр йүнәлеш буйынса ла лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре программаһы бай йөкмәткеле булды.
Иң тулҡынландырғысы – “Һалдатҡа хат” акцияһы. Фестивалдә ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла бурысын үтәүсе яугирҙарыбыҙға теләктәшлек күрһәтеп, тыуған яҡ сәләмен юллап, хат яҙҙы.
“Илдең берҙәмлеге – берҙәмлек өсөн” сараһының йәнә бер матур өлөшө иҫәбендә “Көслөләр уҙышы” менән ”Ҡымыҙ йолаһы” бар. Уҡтан атыу, халыҡ һәм өҫтәл уйындары, спорт ярыштары, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре тураһында әйтеп тороу ҙа артыҡ – был майҙансыҡтар гөжләп торҙо.
Кисен иһә республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары майҙан тотто.
Әйткәндәй, был берҙәмлек сараһы БР Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелде.
А. ЗИННУРОВА.
Фотолар – БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.