2022 йылдың июнендә уҙған XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Роснефть” НК-һы һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек оҙайтылды. Ул төбәктә сәнәғәт, финанс һәм социаль программаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. 2019-2024 йылдарҙа килешеү сиктәрендә төбәктең 8 ҡалаһы һәм 49 районында 277 социаль проект тормошҡа ашырылған. Улар араһында спорт өлкәһендә – 22, мәғариф – 67, һаулыҡ һаҡлау – 34, мәҙәниәт – 28, инфраструктура (торлаҡ-коммуналь хужалығы, юлдар, төҙөкләндереү) буйынса – 126 проект. Шуның менән төбәк халҡының социаль именлеге кимәлен күпкә арттырырға мөмкин булды.
Түбәндә нефть компанияһы тормошҡа ашырған проекттар тураһында яҙҙыҡ.
Раевский ауылындағы яңы мәктәп
2023 йылдың 1 сентябрендә, Белем көнөндә, Әлшәй районының Раевский ауылында 375 урынлыҡ белем усағын асыу тантанаһы булды. Төҙөлөш Башҡортостан Республикаһы һәм “Роснефть” НК-һы араһында килешеү һәм “Ауыл биләмәләрен комплеслы үҫтереү” программаһы буйынса башҡарылды.
Яңы мәктәп ауылдағы башҡа белем усаҡтарындағы икенсе сменанан баш тартырға мөмкинлек бирҙе. Уға башҡа ауыл-ҡасабаларҙан да уҡыусылар килә.
5-се мәктәптең бинаһы өс ҡатлы, дөйөм майҙаны 5750 м2 тиерлек һәм бар талаптарға ярашлы ҡоролған. Бында 25 уҡыу класы, хеҙмәтте өйрәнеү өсөн оҫтаханалар, киң арттар һәм спорт залы, медицина блогы һәм ашхана бар. Аҙ мобилле кешеләрҙе лә ҡабул итергә мөмкинлектәр булдырылған. Бина тулыһынса автономлы – ситтә айырым йылытыу ҡаҙанлығы бар, подстанция ла ҡоролған.
Мәктәп янында заманса итеп физкультура-спорт зонаһы булдырылған. Унда футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, алыҫлыҡҡа һикереү өсөн соҡор, уҡыу-һынау зонаһы һәм бадминтон уйнарға урын бар.
Яңауылдағы Йәштәр һарайы
2020 йылдың март айында Яңауыл ҡалаһында райондағы берҙән-бер Йәштәр һарайы реконструкциянан һуң эшләй башланы. Ремонт эштәренә һәм техник йыһазландырыуға аҡсаны «Башнефть» компанияһы Башҡортостан Республикаһы менән «Роснефть» НК-һы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә бүлде.
Реконструкциянан һуң Йәштәр һарайының майҙаны артҡан, был иһә конференц-холл һәм 160 урынлыҡ «Нефтсе» кинотеатрын булдырырға, бейеү залын киңәйтергә мөмкинлек биргән. Кинотеатр заманса видео-һәм тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Яңауыл халҡы фильмдарҙы 3D форматта ҡарарға мөмкинлек алды.
Ремонт барышында ҡыйыҡ, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, яңы йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, вентиляция системалары, шулай уҡ электр селтәрҙәре монтажланған.
"Яңауыл районы республикалағы иң матур һәм заманса Йәштәр һарайын алды. Беҙҙең пландарҙа яңыртылған учреждениела тулыһынса тормошҡа ашырыла алырлыҡ ижади уй-фекерҙәр һәм ҡыҙыҡлы проекттар күп. Яңы һарай ҡала һәм район халҡы араһында бик популяр булыр тип ышанабыҙ», - тип билдәләне учреждение директоры Регина Хамматова.
Һуңғы йылдарҙа «Башнефть" Яңауыл районының социаль инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур инвестициялар йүнәлтте. Нефть компанияһы ярҙамында бассейн реконструкцияланған, лицей, ауыл табип амбулаторияһы ремонтланған, күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлгән, райондың тораҡ пункттарында һыу үткәргес һәм газ менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған.
Иҫке Турбаҫлыла - ФАП
2020 йылдың июнь айында Өфөнөң Орджоникидзе районының Иҫке Турбаҫлы ауылында фельдшер-акушер пункты асылды.
Ул 2 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Быға тиклем беренсел медицина ярҙамы авария хәлендәге бинала күрһәтелһә, хәҙер халыҡ заманса шарттарҙа һаулығын тикшертә.
Бинаны төҙөү һәм кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн аҡсаны, республика менән “Роснефть” компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, “Башнефть” берекмәһе бүлгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала ауыл медицинаһын яҡшыртыу дауам итә. Йыл аҙағына тиклем тиклем 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 6 поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырыла.
Саҡмағош районында - ғаилә менән ял итеү паркы
Республика һәм “Роснефть” араһындағы килешеүгә ярашлы ҡоролған парк 4,8 гектар майҙанды биләй. Унда мәҙәни-күмәк саралар үткәреү өсөн майҙан, тренажерҙар менән урам спорты комплексы, балалар өсөн ҙур уйын майҙансығы урынлашҡан. Махсус ҡуйылған сәхнәлә дәүләт һәм милли байрамдарында концерттар үткәрелә.
Йәшел зона булдырыу өсөн 150-гә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, төндә тирә-яҡ заманса система менән яҡтыртыла. Еңеү паркы менән берҙәм комплекс булған патриотик зонала Мәңгелек ут яна һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемдәре мәңгеләштерелгән.
"Район үҙәге булған Саҡмағош ауылында 12 мең кеше йәшәй. Ғаилә ялы паркы бик кәрәк ине – тип билдәләне Саҡмағош районы хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Шакирова. - Ниһайәт, халыҡтың хыялы беҙҙең даими партнерыбыҙ – “Башнефть” компанияһы ярҙамында тормошҡа ашты. Парк халҡыбыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асты.
Ғаилә ял паркын асыу - Саҡмағош районында “Башнефть” тормошҡа ашырған тағы ла бер мөһим социаль проект булып тора. Компания ярҙамында бында ауыл мәҙәниәт йорто, ябыҡ боҙ һырғалағы төҙөлдө, коллектор менән һыу алыу ҡоролмаһы ҡуйылған, Саҡмағош ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһы ремонтланған, башҡа мөһим социаль проекттар тормошҡа ашырылған.
Нефть компанияһынан “Орленок” балалар лагерына - яңы корпус
2023 йылдың йәйендә Илеш районында йыл әйләнәһенә эшләгән балалар һауыҡтырыу лагерына реконструкция үткәрелде. Баш эштәр “Роснефть” НК-һы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Уҡыу корпусының яңы бинаһы иң заманса техник талаптарға яуап бирә. 500 м2 майҙанда дәрестәр өсөн кластар, уҡытыусылар кабинеттары һәм китапхана урынлашҡан. Хәҙер, ял итеүҙән һәм күңел асыуҙан тыш, балалар йыл әйләнәһенә төп һәм өҫтәмә программалар буйынса айырым корпуста уҡый аласаҡ.
Бынан алда “Башнефть” ярҙамында “Орленок”та уңайлы йәшәү өсөн яңы ике ҡатлы йоҡо корпусы төҙөлдө һәм йыһазландырылды. Унда һәр ҡатта дәрестәр өсөн бүлмәләр урынлашҡан, холдарҙа ял итеү һәм уйындар өсөн уңайлы урындар йыһазландырылған. Беренсе ҡатта һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балаларҙың йәшәү бүлмәләре бар.
Күләмле реконструкциянан һуң балалар һауыҡтырыу учреждениеһы биш тапҡырға күберәк баланы – 264-кә тиклем кешене ҡабул итә ала. Лагерға Илеш, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Краснокама, Саҡмағош һәм Баҡалы райондарынан, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан балалар килә.
Нефтекамала интернат-мәктәпкә реконструкция уҙғарылды
2021 йылдың 1 сентябрендә 300 урынлыҡ полилингваль мәктәп-интернат тулыһынса реконструкциялауҙан һуң асылды,. Майҙаны 2,3 мең м2 булған бинала эштәр “Роснефть” һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү буйынса башҡарылды.
Бығаса мәктәп-интернаттың бинаһы 53 йыл файҙаланғандан һуң ныҡ туҙғас авария хәлендә тип танылып ябылғайны. Башҡортостан нефтселәре ике йыл эсендә мәктәпте тулыһынса тергеҙҙе.
Реконструкция барышында терәк конструкциялар нығытылған, яңы ҡыйыҡ, герметик быяла пакеттар ҡуйылған, һыу менән тәьмин итеү һәм вентиляция системалары яңыртылған, эскә яңы эргономик мебель индерелгән.
Яңы техник мөмкинлектәр мәктәпкә уҡыусыларҙы һәр яҡлап үҫтереү буйынса комплекслы белем биреү программаларын тормошҡа ашырырға, шул иҫәптән рус, инглиз, немец, татар һәм башҡорт телдәрен тәрән өйрәнергә мөмкинлек бирә. Бының өсөн 4 лингафон кабинеты йыһазландырылған, уларҙа телдәрҙе интерактив форматта уҡытырға мөмкинлек биргән заманса проекция һәм тауыш аппаратураһы ҡуйылған. Шулай уҡ бында бер нисә ғәмәли предмет инглиз телендә уҡытыла.
Уҡыусыларҙы программалауға һәм проектлауға өйрәтеү өсөн айырым инженер класы бар. Уҡытыуҙа ҡеүәтле компьютерҙар, 3D-принтерҙар һәм сканерҙар, юғары технологиялы механик манипуляторҙар, шулай уҡ фото - һәм видеотехника ҡулланыла.
Полилингваль мәктәп-интернат Нефтекамала ғына түгел, Башҡортостандың тиҫтәләгән башҡа тораҡ пункттарында ла лингвистик белем биреүҙе үҫтереү буйынса терәк майҙансыҡ булып тора.
Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылына - мәҙәниәт йорто
“Башнефть” АНК-һы ярҙамында асылған яңы күп функциялы мәҙәниәт йорто бер нисә ауыл халҡы өсөн эшләй.
Бина заманса стандарттар буйынса проектланған һәм бөтә кәрәкле талаптарға тулыһынса яуап бирә. 831 м2 майҙанда күп функциялы тамаша залы, шулай уҡ хореография түңәрәге һәм аэробика бүлмәләре урынлашҡан. Күргәҙмә залында әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге эше ойошторолған.
Учреждениеның ижади коллективтарында төрлө йәштәге 150 кеше эшләй. Улар “Умырзая” халыҡ вокаль ансамбленә, “Йүрүҙән һылыуҙары” бейеү, “Йүрүҙән” драма, “Дом-ми-соль” вокал һәм “Байрам” фольклор түңәрәктәренә йөрөй.
“Башнефть” ярҙамында Кушнаренкола һәм Тәтешлелә – яңы балалар баҡсалары
Уларҙы төҙөүгә финанстар Башҡортостан һәм “Роснефть” араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ярашлы бүленгән.
Кушнаренкола 220 урынлыҡ “Әкиәт” балалар баҡсаһы 2022 йылда Республика көнө алдынан Андреевский биҫтәһендә асылды.
Сағыу, заманса һәм уңайлы булған учреждение райондың балалар баҡсаһы урындарына мохтажлығын күпкә ҡапланы.
Майҙаны 4,2 мең квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бина уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек буйынса заманса техник талаптарға яуап бирә. Һәр йәш төркөмө өсөн йоҡо бүлмәһе, уйын, буфет һәм кейенергә бүлмәле айырым блок ҡаралған. Спорт һәм музыка залдары тулыһынса комплектланған, аҙыҡ-түлек һәм медицина блоктарында заманса ҡорамалдар ҡуйылған, психолог һәм логопед кабинеттары бар. Уйын майҙансыҡтары йәрәхәт алмаҫ өсөн резина менән ҡапланған.
Уйындарҙан һәм ялдан тыш, яңы мәктәпкәсә учреждениела бай белем биреү программаһы ҡаралған. Тәрбиәселәр коллективы дипломлы белгестәрҙән төҙөлгән.
- Яңы төҙөлгән балалар баҡсаһы 10 меңдән ашыу кеше йәшәгән Кушнаренко ауылы өсөн мөһим мәсьәләне хәл итәсәк. Ул тулы булған 4 баҡсаны бушатасаҡ, - тип билдәләне балалар баҡсаһы мөдире Людмила Онина.
220 бала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына юллама алды. Был йорт уларға һис шикһеҙ оҡшаясаҡ. Тирә-яғы төҙөкләндерелгән, унда балалар майҙансыҡтары, күләгәле ышыҡ урындар бар.
Яңы балалар баҡсаһын асыу тантанаһында балаларҙан һәм уларҙың ата – әсәләренән тыш, күп һанда ҡунаҡтар – төҙөүселәр, муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, министрлыҡ һәм ведомство депутаттары булды.
Ҡунаҡтар барыһын да ошондай мөһим ваҡиға менән ихлас ҡотланы, балаларға, ата-әсәләргә һәм балалар баҡсаһы коллективына һаулыҡ, яҡшы кәйеф, уңыштар һәм именлек теләне.
***
Шулай уҡ Тәтешлелә лә “Башнефть" ярҙамында заманса балалар баҡсаһы асылды. Иҫке Күрҙем ауылында 50 урынлыҡ яңы “Ромашка” балалар баҡсаһы асылды. 700 м2 майҙанлы бер ҡатлы бина иң заманса техник талаптарға яуап бирә. Һәр йәш төркөмө өсөн айырым блок ҡаралған. Бүлмәләр заманса техника һәм инвентарь менән йыһазландырылған. Спорт һәм музыка залдары тулыһынса йыһазландырылған, аҙыҡ-түлек һәм медицина блоктарында заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Урам майҙансығы йәрәхәт алмаҫ өсөн япмалы уйын һәм спорт зоналарына бүленгән.
Объект тулыһынса автономлы - үҙенең ҡаҙанлығы балалар баҡсаһы һәм күршеләге мәктәп ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында белем биреү һәм тәрбиә буйынса бай программа ла ҡаралған. Тәрбиәселәр коллективы дипломлы белгестәрҙән төҙөлгән.
Нефтселәр ярҙамында Өфөлә урман-техник техникумы ремонтланды
1877 йылда ер үлсәү училищеһы булараҡ нигеҙ һалынған урман техник техникумы төбәктә асылған был профилдәге урта махсус уҡыу йорттары араһында беренсеһе булып тора.
Уҡыу йорто корпустарында һәм уҡыу кабинеттарында капиталь ремонт үткәрелде. Барлыҡ тормош тәьмин итеү һәм янғын хәүефһеҙлеге системалары яңыртылды, ҡыйыҡ алмаштырылды, яңы тәҙрә-ишек ҡуйылды. Компьютер кабинеты заманса компьютерҙар менән йыһазландырылды. Шулай уҡ реконструкциянан һуң техникумда бар кәрәкле инвентарь менән яңы спорт залы барлыҡҡа килде, тамаша залы тулыһынса яңыртылды.
Студенттар һаны 1200 - ҙән ашыу булған уҡыу йорто хәҙер уңайлылыҡҡа һәм хәүефһеҙлеккә заманса техник талаптарға яуап бирә.
Нефтселәр ярҙамында ҙур социаль объекттар асылды
Һүҙ Башҡортостанда 2021 йылда асылған бер нисә социаль объект тураһында бара. Уларҙы тормошҡа ашырыуға аҡса республика менән “Роснефть” НК-һы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә бүленгән.
Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында 800 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы мәҙәниәт йорто сафҡа инде. Унда фильмдар күрһәтеү өсөн ҡорамаллы тамаша залы, хореография менән шөғөлләнеү өсөн бүлмә, китапхана, күргәҙмә залы бар. Мәҙәниәт йорто базаһында драма, вокал, бейеү секциялары, шулай уҡ “Хозяюшка” түңәрәге эшләй. Учреждение алты ауылда 1500-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Мишкә районында Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Уны “Биш герой” мемориаль комплексында урынлаштырҙылар. Әйткәндәй, был иҫтәлекле урынды “Башнефть” ярҙамында реконструкцияланған Марий тарихи-мәҙәни үҙәге дауам итә.
Үрге Ҡыйғы ауылында «Юность» стадионына капиталь ремонт үткәрелде. Бында инеү төркөмө, асфальт япма, ҡойма, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү яңыртылды. Йүгереү юлына резина түшәлгән, ә уйын майҙанына газон үләне ултыртылған.
Өфөлә “Любимый малыш” абилитация үҙәге ҡарамағында балалар өсөн нейростудия асылды, уны ла нефть компанияһы финансланы. Яңыртылған медицина учреждениеһы көн һайын 50-нән ашыу бәләкәй пациентты хеҙмәтләндерә. Абилитация үҙәге һәм нейростудия уникаль медицина учреждениелары булып тора һәм үҙенсәлекле балалар менән эшләүҙә мөһим роль уйнай. Бынан тыш, Өфөнөң 99–сы һәм 129-сы мәктәптәре “Башнефть” компанияһынан күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплекстарын бүләк итеп алды.