Әлшәй районына 20 йыл етәкселек иткән Дамир Радик улы Мостафиндан эстафетаны БР Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының баш кәңәшсеһе Наил Рәшит улы Әбелғужин ҡабул итеп алды.
Яңы район хакимиәте башлығы бөгөн – «Йәшлек» ҡунағы. Ул районды үҫтереү йүнәлешендә ниндәй бурыстар ҡуйған? Наил Рәшит улы менән яҡындан таныштырыу маҡсатынан әҙерләнгән әңгәмәне гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
– Биографияғыҙға күҙ һалһаң, һеҙ – фән кешеһе, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның кафедра мөдире, Иҡтисад, финанс, бизнес институтында декан урынбаҫары булғанһығыҙ. Ни өсөн фән юлынан ғына китмәй, тынғыһыҙ дәүләт хеҙмәтенә ынтылдығыҙ?
– БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлағас та, иң беренсе теләгем дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлашыу ине. Аспирантураға уҡырға индем. Уҡытыусым ошонда ассистент булып эшкә урынлашырға тәҡдим итте. 2004 – 2018 йылдарҙа студенттарға белем бирҙем. Докторлыҡ эшен дә башлағайным. Юғары уҡыу йортонда белем биреү оҡшай ине. Мин уҡытҡан дисциплина 4 – 5-се курстарҙа инә, белем кимәле түбән студенттар уҡырға килә. Ундайҙар менән эшләүе ауыр, һөҙөмтә юҡ. Был хәл мине ҡәнәғәтләндермәй башланы. Уҡытыусылыҡ эшенән ситләшеп, дәүләт хеҙмәтендә лә үҙемде һынап ҡарамаҡсы булдым.
– Һеҙҙең власть органдарындағы идара итеү эшендә тәжрибәгеҙ бар. Сибай, Бөрө ҡалаһы хакимиәтендә хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары булғанһығыҙ. БР Башлығы идаралығында ла эшләүегеҙҙе иҫәпкә алғанда, хакимиәт башлығы вазифаһына бай тәжрибә менән килеүегеҙҙе әйтергә була. Әлшәй районы, уның халҡы менән танышыу ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? Эште нимәнән башланығыҙ? Етәксе булараҡ, ниндәй йүнәлештә эште көсәйтәсәкһегеҙ?
– Эйе. Власть даирәләрендәге эш миңә ят түгел. Әлеге вазифама һайланғансы, БР Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының баш кәңәшсеһе булып эшләгәндә көньяҡ-көнбайыш райондарының эшен күҙәттем. Һәр етәксе менән тығыҙ аралашып эшләнек.
Район менән яҡындан танышып сығып, иң төп мәсьәләләрҙе билдәләнек. Инвестициялар йәлеп итеүҙә эш дауам ителәсәк. Әлшәй – ауыл хужалығы тармағы, эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән район. Бында урындағы ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртелгән Раевка шәкәр заводы, «Урал ит» компанияһы, «Әлшәй-ит» Раевка ит комбинаты, «Башҡортостан бройлерҙары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Һөт заводы урынлашҡан. Потенциал ҙур. Шуға ҡарап инвесторҙарға һәр саҡ ярҙам итеп торасаҡбыҙ. Кадрҙар резервына ла иғтибар итергә кәрәк. Ауыл хужалығы предприятиеларына эшсе ҡулдар етешмәй. Эш биреүселәр эш тәҡдим итә, хеҙмәт хаҡы ла насар түгел, әммә йәштәр килмәй. Урындағы ауыл хужалығы йүнәлешендә кадрҙар әҙерләгән Аксен техникумында ғына Әлшәй районынан 200-ләп студент уҡый. Район етәксеһе булараҡ, был мәсьәләгә лә етди иғтибар бирәсәкмен. Әле мин ветстанция, полиция бүлеге, район дауаханаһы коллективы менән осраштым.
Район дауаханаһының эшендә ыңғай яҡҡа матур үҙгәрештәр булыуы һөйөндөрҙө. Халыҡтың үлеме буйынса Әлшәй районы тәүге унау иҫәбендә булған. Ҡайһы берәүҙәр һаулығына бөтөнләй иғтибар бүлмәй. Медицина хеҙмәткәрҙәре хәҙер һәр йортҡа йөрөп, кешеләрҙән анализдар алыуҙы ойошторған. Тәүгеләрҙән булып үҙәк дауахана телемедицина ярҙамы алыу системаһын да индергән. Етәксе булараҡ, социаль өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Мәғариф та етди иғтибарға лайыҡ. Район үҙәгендә биш ҙур мәктәп бар. Ике белем усағы бик иҫкергән хәлдә, сөнки биналарҙың береһе – 1903, икенсеһе 1939 йылда төҙөлгән. Уларҙың берәүһен төҙөкләндереүгә аҡса бүленгән, икенсе мәғариф учреждениеһына аҡса табыу бурысы тора. Балалар һаны кәмегән мәктәптәрҙе оптимизациялау – ул ҡайтарғыһыҙ процесс. Әммә ундай белем биреү учреждениеларында башланғыс мәктәп булһа ла ҡалырға тейеш, тигән фекерҙә мин. Халыҡ, урындағы мәктәп ябыла, тип борсолһа ла, балаларҙың һәйбәт белем биргән көслө мәктәптәрҙә уҡыуы – ыңғай күренеш.
Халыҡтың көнкүрешен, йәшәү шарттарын яҡшыртыу иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Раевкаға килеп инһәң, үҙәк урамдарҙа ихата алдары ҡаралмаған, йәмһеҙ ҡоймалы йорттар бар. Район үҙәге – ул райондың йөҙө. Тәү сиратта уны төҙөкләндереүгә иғтибар бүләсәкмен. Беҙгә район сигендә матур стела ла булдырырға кәрәк. Йәйәүлеләр йөрөй торған юлдар эшләнергә, яҡтыртҡыстар, туҡталыштар ҡуйылырға тейеш. ППМИ (урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы) иң киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итеүсе механизм булып тора. Ауыл хакимиәттәре был ярҙамды социаль инфраструктураны яҡшыртыуға тотонорға тейеш. Минеңсә, ауылдағы зыяраттарҙы кәртәләү буйынса эште “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар менән бергә ойоштороу урынлы булыр ине.
– Урындағы халыҡты юлдар мәсьәләһе үтә лә борсой. Был тәңгәлдә нимәләр эшләнәсәк?
– Юлдар федераль, республика, муниципаль бюджет иҫәбенә төҙөкләндерелә. Ошо сығанаҡтарҙан был проблеманы хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Әлшәйҙәге карьерҙарҙа таш сығарыу күләме ҙур түгел. Халыҡ күпләп йәшәгән ауылдарҙа юлдарға ваҡ таш түшәтеү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Казанка – Торонтайыш – Һарай автомобиль юлы буйынса һорауҙар күп. Техник заказ буйынса уны мөмкинлек булғанса төҙөкләндерәсәкбеҙ. Иҙрис менән Никифар ауылдарында ике күперҙе эшләү оҙаҡҡа һуҙылған. Подрядсы менән һөйләштек. Күперҙәрҙең береһе декабрҙә асыласаҡ.
– Районды перспективалы үҫтереү юлдарын нимәлә күрәһегеҙ?
– Алдан әйтеп үткәнемсә, бында аграр тармаҡтың үҫеш мөмкинлектәре ҙур. Уңдырышлы ерҙәрҙә иген культуралары үҫтерелә. Хужалыҡтарҙа күпләп мал аҫрала. Ауыл хужалығы продукцияһының етештереү күләмен арттырыу район иҡтисадын байытыр ине. Социаль-иҡтисади шарттарҙы яҡшыртыу агросәнәғәт производствоһын үҫтереү менән тығыҙ бәйле. Социаль объекттарҙы төҙөкләндереү, спортты, туризмды үҫтереү йүнәлешендә лә эшләнәһе эштәр байтаҡ. Әле Раевкала Боҙ һарайы төҙөлә. Уны сафҡа индерергә кәрәк. Әлшәйҙә, таулы райондарҙағы кеүек, матур тәбиғәт ҡосағында туризмды үҫтерерлек урындар юҡ кимәлендә. Ыҫлаҡ һыуһаҡлағысында ял урындары булдырыу тураһында тәҡдимдәр бар. Күрше райондарҙы йәлеп итеп, агротуризмды үҫтереү буйынса эшләү зарур. Дим буйлап кәмәләрҙә ағыуҙы ла ойошторорға булыр ине.
– Халыҡтың тәнҡитенә нисек ҡарайһығыҙ?
– Башлыҡтың райондағы бөтә етешһеҙлекте лә күреп бөтмәүе лә бар. Етәксе булараҡ, бер кешенең генә түгел, ә күмәк халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һаласаҡмын. Уларҙың үтенесен үтәргә кәрәк. Әлшәйҙәр – үҙенсәлекле, үҫештә үҙ йүнәлеше булған халыҡ. Улар һине ҡабул итергә лә, итмәҫкә лә мөмкин. Халыҡтың ышанысын аванс булараҡ алдым. Буш вәғәҙә бирергә яратмайым. Әйткәнһең икән, эшләргә, ышанысты район халҡының мәнфәғәтендә башҡарылған ғәмәлдәрең менән аҡларға кәрәк.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтегеҙ әле?
– Ҡатыным Эльвира Ғафар ҡыҙы – һөнәре буйынса физик-математик, Өфөнөң урта һөнәри уҡыу йорттарында студенттарға белем бирҙе. Уның менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Өлкән улым Динар Мәскәүҙә прокуратурала эшләй, уртансыһы Рәшит – вуздың 4-се курсында, ҡыҙыбыҙ Раушания 10-сы синыфта уҡый. Балаларыбыҙҙың һәләттәрен бәләкәй саҡтан үҫтерергә тырыштыҡ. Шахмат уйнау – беҙҙең ғаилә традицияһы. Улдарыбыҙ стратегик яҡтан уйлау, ҡарар ҡабул итеү һәләтен үҫтергән шахмат менән етди шөғөлләнде. Европа турнирында, Рәсәй беренселегендә, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. Ғаилә менән бергә булыу миңә һирәк эләгә. Форсат сыҡҡанда үҙебеҙҙең Ғафури яҡтарында тәбиғәт ҡосағында бергә ял итергә яратабыҙ.
– Үҙегеҙгә характерығыҙҙағы ниндәй сифаттарығыҙ оҡшай?
– Мин – асыҡ, ихлас кеше. Башҡаларҙы тыңлай беләм, үҙ фекерем бар. Һәр нәмә ваҡытында эшләнеп барырға тейеш. Бөгөнгөнө бер ҡасан да иртәгәгә ҡалдырырға яратмайым.
– Командағыҙҙан нимәләр талап итәсәкһегеҙ?
– Халыҡ алдында беҙҙең уртаҡ бурыстар тора. Крыловтың мәҫәлендәгесә, суртан, ҡыҫала, аҡҡош кеүек төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тартҡылаһа, эш бармаясаҡ, һөҙөмтә лә күренмәйәсәк. Халыҡ менән эшләйбеҙ икән, уларға хөрмәт, ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Әлшәйҙең элекке район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафиндың төбәкте үҫтереүгә һалған хеҙмәте, уның халыҡ араһындағы абруйы миңә үрнәк булып торасаҡ.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.