Һәйкәлде яңыртыу
быйыл ноябрҙә
башлана
Эйе, Өфөлә Башҡортостандың төп символдарының береһе – милли батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәлде реставрациялауға әҙерлек бара. Һәйкәл – Рәсәй халыҡтарының федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты, тимәк, дәүләт һаҡлауына алынған. Скульптор Сосланбәк Тавасиев тарафынан эшләнгән монумент 1967 йылда ҡуйылған. Хәйер, һәйкәлдең тарихын, әһәмиәтен Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше тиерлек белә. Һәм шуныһы асыҡланды: ул яңыртыуға мохтаж.
Реставрация проекты ике тапҡыр тарихи-мәҙәни экспертиза үткән һәм әлеге көндә “Главгосэкспертиза” баһаһын көтә. Белгестәр төркөмөндә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эш башҡарыуға дәүләт экспертизаһы төҙөүҙә ҙур тәжрибәһе булған кешеләр – Дарья Зайцева, Александр Быков һәм Алексей Хорликов.
14 октябрҙә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы дәүләт экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса актты баҫып сығарҙы (документты Ҡазандағы “ТСНРУ” ойошмаһы әҙерләгән, экспертизаны Санкт-Петербугтың ”С. П. Бург и парнеры” ойошмаһы эшләгән). Унан күренеүенсә, һәйкәл авария хәлендә һәм уға ентекле реставрация үткәреү мотлаҡ. Скульптурала ярыҡтар һәм металл коррозияһы бар. Постаментта плита ярылған, ҡубып сыҡҡан элементтары ла, ышҡылған ерҙәре булыуы ла асыҡланған. Ҡурған да тотороҡло түгел. Тимәк, һыбайлы таш һын ғына түгел, ә уның нигеҙе лә ремонтҡа мохтаж. Монумент емерелмәҫ элек уны яңыртыу талап ителә.
Һәйкәлде реставрациялау эштәре быйыл ноябрҙә башлана. Был маҡсатҡа Өфө ҡалаһы ҡаҙнаһынан 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Нимә эшләнәсәк?
Һәйкәлдәге сбруйҙың юғалған элементы – геометрик биҙәктәр менән сүкелгән айыл рәүешендәге түшелдерек тергеҙеләсәк, был скульптураға уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарасаҡ. 2005 йылда фирүзә төҫөнә үҙгәртелгән ҡара-һоро төҫтө кире ҡайтарыу планлаштырыла.
Һәйкәлдең авария хәлендәге эске металл каркасы алмаштырыласаҡ. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер иш булған шымартылған ҡара гранит блоктары менән йөҙләнә. Шулай уҡ ҡурғандың тәүге формаһын һәм ҙурлығын тергеҙеп, уны нығытыу күҙ уңында тотола.
Һәйкәл урынынан
алына
Эксперттар һәйкәлде урынынан алып, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрациялау яҡлы. Был скульптураның эстәге каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов әйтеүенсә, һәйкәл бер нисә конструкциянан тора. Уның эске ҡатламында ғына 60-тан ашыу өлөш иҫәпләнә. Каркасты нығытыу өсөн уларҙы һүтеп алыу мотлаҡ.
Һәйкәлдең ауырлығы – 40 тонна. Уны һүтмәйенсә ремонтлау хәүефле. Өҫтәүенә, үрҙә телгә алынғанса, ҡурғанды ла нығытырға кәрәк, ә һәйкәлде алмайынса быны башҡарыу мөмкин түгел.
Эксперт белдереүенсә, ремонт буйынса проект документацияһы әҙерләүсе ойошманың “Родина-мать зовет!” монументын реставрациялау эше буйынса тәжрибәһе бар. Тик әлеге скульптура урынында ремонтланған.
– Ни өсөн тигәндә, башлыса уның тышы яңыртылған. Етмәһә, “Родина-мать зовет!” торған урынында бетондан ҡойолған. Шуға ла уны һүтеүе ҡатмарлы булыр ине, – ти билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композиция авторы Салауат Щербаков. Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала ремонтлауҙың өҫтөнлөктәре бар.
– Цехта уны асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасын ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештерергә мөмкин. Йәғни, урамда эшләү мөмкин булмаған эштәр оҫтаханала еңел башҡарыласаҡ, – ти Щербаков.
Унан килеп, төҙөкләндергәндә һәйкәлдәрҙе һүтеү – киң таралған практика. Күп билдәле архитектура ҡомартҡылары шундай процесс үткән. Мәскәүҙәге “Рабочий и колхозница”, Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский, Жуков һәйкәлдәре һүтелеп яңыртылған. Лондондағы “Биг Бен” (Елизавета манараһы) да шул юлды үткән.
Ә хәҙер төп
һорауға яуап
Салауат Юлаев һәйкәлен һүтерҙәр ҙә, урынына кире ҡуймаҫтар, тигән имеш-мимешкә нигеҙ юҡ! Был турала бөтөнләй хәүефләнмәгеҙ. Һәйкәл Өфөлә ремонтлана. Бының өсөн баш ҡалабыҙҙа бөтә шарт булдырылған.
Монументты алып, урынына ҡуймау йә “ҡуйырға онотоу” мөмкинме? Салауат батыр һәйкәле – Башҡортостан символы. Рәсәй халҡының күбеһе беҙҙең республиканы тап ошо монумент аша таный. Өҫтәүенә, дәүләт һаҡлауында. Салауат Юлаев образы – бөтә ерҙә. Архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала. Уның исемендәге урам Эстонияла, Украинала, Ҡаҙағстанда ла бар. Батырҙың исемен билдәле хоккей клубыбыҙ йөрөтә. Дәүләт премияһы һәм ордены тапшырыла. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үткәрелә. Быйыл йәй батырҙың тыуған яғында “Салауат ере” тарихи-мемориал комплексы асылды. Республиканың гербында ла Салауат һәйкәле урын алған. Махсус хәрби операцияла беҙҙең ике башҡорт махсус әһәмиәттәге батальон Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышында уның исемендәге танк батальоны булған. Ә данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов яугирҙарҙы: “Салауат вариҫтары сигенмәй!” –тип дәртләндергән.
Салауаттың исеме һәм хәтере – баһалап бөткөһөҙ.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.