Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май , 22:27

"Өфө-II ҡаласығы" үҙенең тарихын һаҡлап ҡаласаҡ!

***

 Был археологик ҡомартҡы янында  ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған артефакттарҙы һаҡлау буйынса депозитарий төҙөү планы раҫланһа ла, 2023 йылда уҡ Бөтә изгеләр православие сиркәүе төҙөлөүе тураһындағы хәбәр баш ҡала халҡында һәм әүҙемдәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. "Өфө-II ҡаласығы" урынында сиркәү төҙөмәйәсәктәр, әммә ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары ярҙамында төҙөлөш эштәрен тергеҙеү тураһындағы имеш-мимештәрҙе тағы ла көсәйтергә тырышалар. Әйҙәгеҙ, "Өфө-II ҡаласығы" археологик ҡомартҡыһының артабанғы яҙмышы нисек хәл ителгәнен ҡарайыҡ.

Барыһы ла нисек башланған

"Өфө-II ҡаласығы" археологик ҡомартҡыһы Зәки Вәлиди һәм Воровский урамдары сатында урынлашҡан. 1961 йылда уның биләмәһе рәсми рәүештә тарихи-археологик мираҫ объекты тип танылған, был уны дәүләт һаҡлауын күҙ уңында тота. Был ерҙе тикшереү 1953 йылда Өфө тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Петр Ищериков тарафынан ҡаласыҡ асылғандан һуң башлана, ул беренсе булып боронғо ҡәлғә емереклектәрен һәм тәүге артефакттарҙы таба. Артабанғы өйрәнеүҙә Нияз Мәжитов һәм Владимир Овсянников кеүек күренекле археологтарҙың эштәре мөһим роль уйнай.
Археологтар ҡаҙыныуҙар барышында байтаҡ табылдыҡҡа юлыға. Ҡорал өлөштәре, эш ҡоралдары, биҙәүестәр һәм кейем элементтары был урынды V быуаттан XVI быуатҡа тиклемге осор менән генә даталамай, ә шулай уҡ уның ул ваҡыттағы ҙур хужалыҡ үҫешкән һәм архитектура үҙенсәлекле ҡала үҙәге статусын күрһәтә.

Бөтә изгеләр ғибәҙәтханаһы

2020 йылда оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы "Өфө-II ҡаласығы" янында сиркәү төҙөү планын иғлан итте. Ул мәлдә был урында күп ҡатлы бейек бина төҙөргә теләгән инеләр. Сиркәүҙе тарихи ҡиммәте булмаған урында төҙөү күҙаллана. Ни өсөн икәнен аңлатабыҙ. 
1999 йылда Өфөнөң Киров районындағы 570-се квартал участкаһында «Башҡортостан Промстройпроекты» институты тарафынан инженер әҙерлеге проекты эшләнә. Проект ике кимәлле ер аҫты гараждарын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Биш йылдан һуң, 2004 йылда, йылға ҡушылдығы булған йырынды күмеү буйынса эштәр башҡарыла.

2013 йылда Фрунзе 85 адресы буйынса Тереғолов йорто һүтелә. Уның урынында ҡала канализацияһы системаһы төҙөлә башлай, Ул үҙ эсенә яңы күпер урамы буйлап Киров районына ҡараған районда урынлашҡан Бер нисә ҡоҙоҡто ала. Бынан тыш, элек Нуғай йылғаһы ҡушылдыҡтары урынында ике кимәлдәге ер аҫты паркингы төҙөлә. Ваҡыт үтеү менән тамамланмаған ике ҡатлы конструкцияны күмеп ҡуялар.
2021 йылда Зәки Вәлиди урамында яңы дренаж һалына. Киләһе йылда М.Аҡмулла исемендәге БДПУ лабораторияһы белгестәре, ГИКЭ күрһәтмәләренә ярашлы, ер аҫты паркингы төҙөлгән урында археологик мониторинг үткәргән.

"Биләмәне тикшергәндә (ҡорам төҙөү күҙалланған участок - мөхәрририәт) ҡатламдың тулыһынса юҡҡа сығыуы асыҡлана. Ҡаҙыныуҙар барышында археологик күҙәтеү XIX-XXI быуаттарҙа Өфөнөң тарихи төҙөлөшөнә һәм Өфө-III ҡаласығының булыуына күрһәткән материалдар йыйырға мөмкинлек бирә. Артефакттарҙы урынлаштырыу планын төҙөү ҡатламдың емерелеүе арҡаһында мөмкин түгел, был тупраҡты тикшереү менән раҫлана"- тип комментарий бирә Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин.

"Өфө-II ҡаласығы"н нимә көтә

Ҡаласыҡ майҙанында махсус археологик материалдар һаҡлағысы төҙөү планлаштырыла. 2019 йылда уҡ Башҡортостан хөкүмәте «Боронғо Өфө» археологик паркы концепцияһын раҫланы. 2022 йылда проект документацияһы әҙерләнде.
Бөгөн федераль финанслауҙы йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелә, РФ Мәҙәниәт министрлығында депозитарий төҙөлөшөн Федераль адреслы инвестиция программаһына индереүгә ғариза ебәрелгән, сөнки археологик депозитарий төҙөү ҙур аҡса талап итә.

„Проект бик матур - быяла өҫтөнән йөрөйһөң һәм аҫтыңда ҡаҙыныу эштәре күренә. Әлегә концепция бар, әммә проект арзан түгел. Тәүге һанау буйынса ғына 2 миллиард һум кәрәк. Бындай депозитарий бик мөһим: унда бик күп фондты урынлаштырырға мөмкин. Беҙҙә бөтә музейҙар ҙа фондтар менән тулыландырылған, уларҙы асыҡ һауала һәм ошо депозитарий эсендә лә ҡуйырға мөмкин. Оҙаҡҡа һуҙмаясаҡбыҙ. Киләсәк биш йылда беҙ уны төҙөйәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров Башҡортостан йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыу барышында.

Һаҡлағыс бинаһы өс ҡатлы, яҡынса төҙөлөш майҙаны 3 мең квадрат метр, биналарҙың дөйөм майҙаны яҡынса 8 мең квадрат метр буласаҡ. Унда фонд һаҡлау урыны, экспозиция — күргәҙмә залдары, «Өфө — II ҡаласығы» ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған музей әйберҙәре менән даими эшләгән экспозиция, реставрациянан һәм консервациянан һуң күргәҙмә залы булырға тейеш. Бер юлы Көньяҡ Урал биләмәһенән төрлө дәүерҙәрҙәге иң сағыу археологик артефакттар, реставрация оҫтаханалары һәм башҡа биналар ҙа урын аласаҡ.

“Әлеге ваҡытта был ғариза ҡарала. Был процедураны үтеүҙең билдәле бер этаптары булғас ул йыл дауамында һуҙыласаҡ. Бөгөнгә ғариза тикшереү стадияһында" - тип яуапланы "Боронғо Өфө" республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Илнур Лоҡманов.

Сиркәү төҙөлөшөн тергеҙеү тураһында имеш-мимештәр

Социаль селтәрҙәрҙә Рус православиеһы сиркәүенең Өфө епархияһы эргәһендәге "Өфө-II ҡаласығы" биләмәһендә сиркәү төҙөү тураһында лицензия булыу сәбәпле, Бөтә изгеләр Ғибәҙәтханаһын төҙөүҙе тергеҙеү тураһында фекерҙәр баҫылып сыға. 
"Эксперт" гәзите Рус православиеһы сиркәүенең Өфө епархияһы матбуғат хеҙмәтенә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте һәм унан ошо яуап килде:
“Уфимская епархия Русской Православной Церкви (Московский Патриархат) не обладала и не обладает правами на земельный участок, на территории которого расположен памятник археологии «Городище Уфа - II». Строительство храма на территории памятника «Городище Уфа - II» не планируется.”

Бынан тыш, 2024 йылдың 6 февралендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы ғибәҙәтхана төҙөлөшөн туҡтатыу тураһында белдерҙе.
"Минеңсә, ҡаласыҡ һәм православие ғибәҙәтханаһы тирәһендәге хәл — кешеләр менән кәңәшләшмәйенсә, эште нисек башлауҙың миҫалы. Беҙ ҡарар ҡабул иттек: православие ғибәҙәтханаһын унда ҡуймаясаҡбыҙ. Мин ғибәҙәтханалар төҙөү яҡлы булһам да, православие динендәгеләрме, синагогалармы, мәсеттәрме - мөһим түгел. Был яҡшы ғына - ул кешене Аллаға яҡынайта. Әммә кешеләр әүҙем ҡаршы була, һәм уларҙың үҙ аргументтары бар. Ғибәҙәтхананы шунда ҡуйырға теләүселәрҙең дә үҙ фекере бар. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, унда ғибәҙәтхана төҙөмәйәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Һуңғы айҙарҙа йәмәғәтселек иғтибары яңы ғибәҙәтхана төҙөү менән бәйле суд процестарына йәлеп ителә. Был күп бәхәстәр һәм ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Объектты төҙөүгә ҡаршы сыҡҡан санкцияланмаған акциялар инициаторҙары суд системаһы аша эштәрҙең законлылығын шик аҫтына алырға тырыша. Әммә бөтә дәғүәләр ҙә кире алына, акция инициаторҙары "Өфө-II ҡаласығы" майҙанында ғибәҙәтхана төҙөүҙең һәм археологик материалдарҙы махсус һаҡлағысты төҙөүҙең ер һәм юридик аспекттары мәсьәләһенә суммаған тип иҫәпләйбеҙ.

Иң һуңында шуны билдәләү мөһим: һайлауҙар алдынан айырыуса әүҙем таралған ғибәҙәтхана төҙөлөшөн тергеҙеү тураһындағы имеш-мимештәрҙең ышаныслы нигеҙе юҡ. Бындай белдереүҙәр йыш ҡына сәйәси көрәш ҡоралы булараҡ ҡулланыла. Үҙ сиратында, Башҡортостан Башлығы, халыҡ менән диалог – ул етәкселәрҙең һәм йәмәғәтселәрҙең төп эш ҡоралдарының береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә кешеләр менән осрашыуҙар даими үткәреләсәк. Башҡортостан Республикаһының тарихи мираҫын һаҡлау мәсьәләләре буйынса ла һөйләшеү уҙасаҡ.

"Беләһегеҙме, республика етәкселәрен күҙ уңында тотам, беҙҙә кешеләргә ниндәйҙер борсолоу тыуҙырыу һәм уларҙы ныҡ борсоған нәмәләр эшләү бурысы юҡ. - тип аңлатты Радий Хәбиров "Өфө-II ҡаласығы" археологик ҡомартҡыһының артабанғы яҙмышы тураһында "тура бәйләнеш" барышында.

Читайте нас: