«Беҙҙең генерал Шайморатов һәйкәле Проектлаусыларҙың һәм эҙләнеүселәрҙең милли берекмәһе халыҡ-ара конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Ул «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты» номинацияһында беренсе дәрәжә дипломын алды.
Конкурста Рәсәйҙән һәм 11 дәүләттән, шул иҫәптән Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән 1412 проект ҡатнашҡан. Лидерҙар араһында күләмле комплекслы эштәр, башлыса ҡалаларҙың генераль пландары бар.
Скульптор Салауат Щербаковты һәм архитектор Константин Донгузовты еңеү менән ҡотлайым! Өфөлә һәм республикала йәшәүселәрҙе лә тәбрикләйем! Был баш ҡалабыҙҙа сираттағы тартыу көсө булған урын ғына түгел – легендар тарихы булған көс урынының киләсәге лә сағыу булыр тип ышанам. Еңеү яулап ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙы ошонда тәбрикләрбеҙ», — тип яҙҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәр сәхифәһендә.
Әйтергә кәрәк, 2022 йылдан алып Совет майҙаны Башҡортостандың баш ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнде. Уның тәрән йөкмәткеле, мөһабәт йөҙө тыуған ҡалаға һөйөүҙе күрһәтә, тарихтың иң иҫтәлекле һәм драматик мәлдәрен үҙ эсенә алған монументаль симфоник әҫәр кеүек яңғырай. Совет майҙанындағы мемориалды булдырыуҙы башынан-аҙағына тиклем БР Башлығы Радий Хәбиров шәхси етәкләне.
Үрҙә телгә алынған 10-сы Халыҡ-ара НОПРИЗ конкурсында комплекс авторҙары скульптор Салауат Щербаковҡа һәм архитектор Константин Донгузовҡа еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында “Иң яҡшы төҙөкләндереү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу объекттары проекты (тормошҡа ашырылған)” номинацияһында беренсе дәрәжә диплом тапшырылды.
Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков комплекстың нисек төҙөлөүе хаҡында ошоларҙы һөйләп үтте:
— Был эш беҙҙең коллективҡа — миңә, Константин Александрович Донгузовҡа, әлбиттә, республика Башлығы һәм етәкселеге өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле булды. Иң ҡан ҡойошло һуғыш, илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур Еңеүе илебеҙ, донъя тарихы өсөн бик ҙур тема булып тора. Шуға бәйләп тап Башҡортостан, Өфө, аныҡлап Совет майҙаны ингән икенсе тема барлыҡҡа килде. Быларҙың барыһы ла бер-береһенә тап килгәс, беҙҙең алда торған ҙур бурыс хәл ителһен өсөн барыһын да тейешле кимәлдә башҡарырға кәрәк булды. Эшкә беҙгә консультация биргән һәр кем ҡушылды, шулай итеп статуяның ниндәй икәнлеге хәл ителде, ҙур конкурс булды.
Ҡала, майҙан, ҡала пульсы, колоннада ҡуйыуға Радий Фәрит улы Хәбиров баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Был тарихи, мәғәнәле, скульптура ҡомартҡыһы ғына түгел. Уны ҡаланың туҡымаһы, үҙәк өлөшө художество-архитектура мәғәнәһендә ҡабул итергә әҙер торҙо. Бығаса был майҙан йоҡо хәлендә ине. Тирә — яҡта торған XIX быуат, иртә совет осоро, 1950-се йылғы бөтә бина-объекттарҙы беҙ уяттыҡ, тирә-яҡтағы урамдарҙы, майҙанды бергә туплап колоннада һәм һәйкәл ансамбле барлыҡҡа килтерҙек.
Был процеста Радий Фәрит улы беҙҙең менән фекерҙәре, идеялары менән йомарт бүлеште. Беҙ илһам ғына түгел, ә архитектура конкретлығын да алдыҡ. Мин хатта Радий Фәрит улына уны беҙҙең коллективта архитектор ҙа, образдар ижад итеү буйынса скульптор ҙа тип иҫәпләүемде әйттем. Барыһының да тап килеүе, берҙәмлек, аңлау булыуы бик яҡшы күренеш ине. Мин республика Башлығына һәм яҙмышыма бик рәхмәтлемен.
Билдәле теманың да, тирә-яҡ мөхиттең дә хәл ителеүе бик шәп булды. Хәҙер был урын ҡала, Башҡортостан халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары араһында ныҡ популяр. Кешеләр рәхәтләнеп килә, төрлө кимәлдәге саралар үткәрелә. Эксперттар быларҙың барыһын да билдәләне, конкурс етәкселеге беҙҙе ҡотланы. Ярышҡа тиклем үк баһа ишеткән инем, күп сығыш яһаным, матбуғатта яҙҙым. Беҙгә бындай проектта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был эш беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим булды.
Проектлаусыларҙың һәм эҙләнеүселәрҙең милли берекмәһе почетлы президенты Михаил Посохин (ул Царицын комплексын реставрациялау менән шөғөлләнгән), төбәк проекттары баш ҡаланыҡынан ҡалышмай, ә эштәрҙең сифаты даими күтәрелә, тип билдәләне. Жюри профессионаллекте, ҡарар кимәлен, энергетик һөҙөмтәлелекте баһаланы. Мәскәү белгестәре рус классик традицияһын тергеҙеүҙе һәм һәйкәлде төҙөгәндә бик һирәк осраған һәм онотолған технологияны ҡулланыуҙы айырып үтте. Улар әйтеүенсә, Совет майҙанындағы иҫтәлекле урындағы бейек колонналар Боронғо Грецияла һәм Римдәге кеүек таш барабандарҙан йыйылғанын һыҙыҡ аҫтына алған.
Өфө тренд күрһәтә
Өфө Рәсәй ҡалалары араһында милли үҙенсәлекте тергеҙеү трендын билдәләй, тип билдәләне Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузов:
- Совет майҙаны проекты Рәсәйҙең һөнәри практикаһында бик әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде. Академик Салауат Щербаков башҡарған генерал Шайморатов образының юғары кимәлдәге художестволы эшкәртелеүе һәм классик архитектура стиленең юғары кимәле менән башҡарған тирәсе, йәғни колоннадаһы Совет майҙанының тирә-яҡ ансамбленә нисек тап килеүе башҡа проекттар фонында бик сағыу күренешкә әйләнде.
Конкурста классика проекттары башҡа булманы тиерлек. Классика бөгөнгө архитектураның Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла төп стиле тип һаналмай. Һәм ул ниндәйҙер кимәлдә төп ағымға альтернатива булып күренгән ретро-авангард ролен уйнай башланы. Өфө органик һәм ҡала төҙөлөшөндә урынлы булған классик архитектура алымдарын трендын күрһә. Хәҙер бөтә донъяла модернист төҙөлөшө боҙған үҙәктәрҙе яңыртыу, үҙгәртеп ҡороу бик ҡыҙыҡлы бара. Икенсе донъя һуғышынан һуң ул киң таралһа ла, бөгөн ул мейнстрим булып тора. Тарихи үҙәктәр бөгөн модерн ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡора, урынынан ала һәм урынына яҡшы, юғары сифатлы эшләнгән тарихи архитектураны ҡайтара.
Рәсәй президенты ярҙамсыһы, тарихсы Владимир Мединский ғәмәлдәге республика Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы менән легендар комдив Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен үлгәндән һуң бирелеү тарихын иҫкә төшөрҙө:
- Был һәйкәлдең тарихы уникаль. 2015 йылда уҡ Миңлеғәле Шайморатов тыуған һәм хәҙер уның исемен йөрөткән Шайморат ауылында легендар генералға һәйкәл барлыҡҡа килә, уны Рәсәй хәрби йәмғиәте менән бергә ҡуялар. Бынан һуң Мәскәү архивында генерал Шайморатов 1943 йылда уҡ бүләкләнгән Ҡыҙыл Йондоҙ орденын табалар. М.Шайморатов уны алырға өлгөрмәй, сөнки бер нисә көндән Ворошиловград, хәҙерге Луганск янындағы алыштарҙа һәләк була. Орден документтар менән бергә юғалған, әммә беҙ уны таптыҡ һәм хәҙер Ул Башҡортостанда музейҙа һаҡлана.
Шайморатовтың тарихы үҙәк каналдарҙа яңғырағандан һуң бер нисә йыл үткәс, Мәскәүҙә, уның тураһында Президентҡа хәбәр ителгәндән һуң, Радий Хәбиров инициативаһы буйынса генерал Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. 2022 йылда Өфө үҙәгендә иҫ киткес мемориал барлыҡҡа килде, ул ҡаланың ғына түгел, ә бөтә республиканың, бәлки, бөтә илебеҙҙең ынйыһы булып тора. Республика властарының айырым иғтибарынан, скульптор Салауат Щербаковтың яйға һалынған эшенән, уртаҡ тарихыбыҙға һөйөүһеҙ бындай матур проектты тормошҡа ашыра алмаҫ инек, тип ышанам. Аллаға шөкөр, килеп сыҡты.
Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Василий Нестеренко Шайморатов һәйкәлен Рәсәйҙең баш ҡалаларында һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылған ошондай өлгөләр менән сағыштырҙы.
- Был тәү сиратта бик матур һәйкәл. Һәйкәл генә түгел, ә ҡала мөхитендәге бөтөн ҡала композицияһы, архитектура, скульптура, тарих синтезы. Әммә тәү сиратта, әлбиттә, был Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле. Был матур итеп эшләнгән ат статуяһы. Ат һындарын эшләүе бик ауыр. Мин быны йыш ҡына аттарҙы, шул иҫәптән натураль дәүмәлде һүрәтләгән кеше тип әйтәм — был бик ауыр. Салауат Щербаков был эште бик яҡшы үтәне. Уны бөйөк һәйкәлдәр менән сағыштырырға мөмкин. Атты хәрәкәттә күрһәтеү эш ҡатмарлылығын арттыра. Ә бында ул шундай иҫ киткес итеп күрһәтелгән. Европа традицияларында сағыу сәнғәт кимәлендә эшләнгән.
Бындай матур эште күреү — донъя күләмендә бик һирәк күренеш. Төп герой, генерал-майор Шайморатов матур һәм монументаль һүрәтләнгән. Башҡортостандың милли геройы образының нисек итеп күрһәтелеүен маҡтауға һүҙ етмәй.
Архитектор Константин Донгузовтың эшен билдәләп үтергә кәрәк. Архитектор менән скульпторҙың яҡшы симбиозы барлыҡҡа килде. Был скульптураны ҡала мөхите менән берләштереүҙән, быларҙың барыһын да һәйкәлде оҙатып барған матур барельефтарға яҙыуҙан күренә. Салауат Щербаков һәм Константин Донгузовтың оҫталығы һис шикһеҙ, әммә яҡшы проект эшләү — бик аҙ. Быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт, республика органдары ихтыяры кәрәк. Минеңсә бик уңышлы итеп ҙур эш башҡарылды. Был Өфөлә иң мөһим урындарҙың береһе икәнен аңлайым, тап ошо майҙан кешеләрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әүерелә. Ижади коллективты ғына түгел, Өфө халҡын да ошо еңеү менән ҡотлайым!»
Өфө тарихсыһы, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең эксперт бүлеге начальнигы Азамат Бураншин был конкурста еңеү логик тип иҫәпләй.
- Совет майҙаны ҙур туҡталҡа урынына әйләнә башлаған урындан беҙ реконструкциялау һәм Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу йомғаҡтары буйынса тәрән тарихи мәғәнәгә бай һәм шул уҡ ваҡытта мәҙәни саралар һәм ғаилә ялы өсөн урын булып торған йәмәғәт киңлеген алдыҡ. Яңыртылған Совет майҙаны Өфө, Башҡортостан халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн яратҡан урынға әйләнде, тип әйтһәм, яңылышмаҫмын тип уйлайым», — тип билдәләне тарихсы.
Совет майҙанының үткәне һәм яңы хәҙергеһе
Өфөнөң Киров районындағы Совет һәм Пушкин урамдары мөйөшөндәге Совет майҙаны ҡыҙыҡлы яҙмышлы биналар менән уратып алынған тарихи урын булып тора. Унда Дворяндар йыйылышы (хәҙер Өфө сәнғәт институты), Мариин гимназияһы (Өсөнсө гимназия), Халыҡ комиссарҙары Советы бинаһы (БР Ауыл хужалығы министрлығы), «Башнефть» компанияһы һәм башҡалар урынлашҡан.
Был урын совет ваҡытында Яңы Өфөлә барлыҡҡа килгән берҙән-бер майҙан булып тора. Ул 1930-60 йылдарҙа төп ҡала майҙаны ролен үтәгән. Һуғыш йылдарында бынан фронтҡа һалдаттар ебәрелә. Унда демонстрациялар, төрлө ҡала байрамдары үткәрелә. 1955 йылдың декабрендә майҙанда беренсе ҡала шыршыһы барлыҡҡа килә. 1967 йылдың 1 ғинуарына ҡаршы төндән «Башнефть» бинаһында майҙанда куранттар яңғырай башлай. Күп йылдар иртәнге сәғәт 8-ҙә улар ҡаланы Өфө тураһында йыр менән уята, һуңынан 90-сы йылдарҙа республика гимны яңғырай башлай. Майҙандың төп биҙәге булып урталағы сәскә клумбаһы булған. Ҡышҡыһын бында ҙур Яңы йыл шыршыһы ҡуйылған һәм боҙ скульптуралары һәм тауҙар менән сағыу ҡаласыҡ асылған.
2000-се йылдарҙа Өфөләге Совет майҙаны элекке данын юғалта. Ул төрлө машиналар ҡуйылған ҙур туҡталҡаға әйләнә. Совет майҙанын реконструкциялау 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән башланды.
"Совет майҙаны Өфөлә йәшәүсе һәр кеше өсөн тарихи әһәмиәткә эйә. Тап бында 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙы фронтҡа ебәреүгә әҙер булыуы тураһында хәбәр итә. Дивизия бөтә һуғышты үтеп, Берлинға тиклем барып етә», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төҙөүселәр майҙанды киңәйтте, ҡайһы бер иҫке йүкәләрҙе йәше менән алмаштырҙы, декоратив саған, миләш, сирене ҡыуаҡтары ултыртты. Тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелде: Совет урамында юл япмаһы тулыһынса яңыртылды, ямғыр канализацияһы булдырылды, тротуарҙар ҙурайтылды, тышҡы яҡтыртыу системаһы ҡуйылды, ғәҙәти булмаған формалағы эскәмйәләр урынлаштырылды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында "Студенттар" скверы барлыҡҡа килде. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдындағы майҙансыҡты ла шундай уҡ матур сквер биҙәне.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең үҙәк фигураһы менән мемориаль комплекс төҙөү буйынса ҙур эш башланды. Уны тантаналы асыу Республика Көнөндә, 2022 йылдың 11 октябрендә үтте.
Мемориаль комплекстағы деталдәрҙең береһе лә осраҡлы түгел. Бында башҡорт халҡының һуңғы һәм боронғо тарихын өйрәнергә мөмкин.
- Һәйкәл Шайморатовҡа бағышланһа ла, беҙ бындай Геройҙың ҡайҙан килеп сығыуын, уның тамырҙарын күрһәтергә теләнек, - тип аңлатты автор Салауат Щербаков, майҙан буйлап тәүге экскурсия үткәргәндә. - Бер яғы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған. Унда персонаждарҙың, командирҙарҙың портреттары, дивизияның Өфөнән Берлинға тиклемге бөтә хәрби юлы, рейхстаг, герой һәләк булған Дебальцево һүрәтләнгән. Рельеф башында Шайморатовтың элекке эшмәкәрлеге күренә. Ул разведкала эшләй, бик белемле кеше була, күп телдәр белә. Музейҙа уның пистолеты һаҡлана, ул да һәйкәлдә сағылыш алған. Дим биҫтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы башланған майҙандың һүрәте лә бар.
Икенсе яҡтан, беҙ боронғо замандан килгән башҡорттарҙың тарихын эшләнек. Башҡорттар, атайымдан белеүемсә, ныҡышмалы, характерлы, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ кешеләр. Бында бөтә Европаны үҙенең күсмә һуғышҡа яраҡлашыуы менән хайран ҡалдырған башҡорт атлы ғәскәре — «төньяҡ амурҙары» һүрәтләнгән. Беҙ тәрәнерәк киттек - тирмәләрҙе, һуғышҡа тиклем башҡорт колхоздарында булған дөйәләрҙе, һунарсылыҡты һәм Шайморатовтың бала сағын күрһәттек. Ул музыка яратҡан һәм бала саҡтан гармунда уйнаған. Атаһы бурлак була, Шайморатов үҙе карапта юнга булып эшләй, был да монументта сағылыш тапҡан.
Башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған өлөштөң төп фигуралары - Аҡбуҙатта ултырған мифик герой Урал батыр, уның алдында Арыҫлан, шулай уҡ башҡорт халҡының хәрби батырлығы һәм шиғри характеры берҙәмлеген символлаштырған милли герой — Салауат Юлаев».
Скульптор әйтеүенсә, Миңлеғәле Шайморатов үҙе кавалерия һөжүменең көсөргәнешле мәлендә күрһәтелгән. Уның ҡыйыу тәүәккәл позында был күренекле кешенең ҡурҡыу белмәҫ кавалерист характеры һыҙаттары сағыла. Шайморатовтың ҡулында Салауат Юлаев һәйкәленән алынған шашка һәм кавалерия ҡамсыһы. Постамент фасадында Рәсәй Геройы йондоҙо менән осланған геральдик ҡалҡан урынлаштырылған.
- Һәйкәл өҫтөндә эшләгәндә уның кире яғында башҡорттарҙың 13 ырыуын, символдарын күрһәтергә ҡарар ителде, — тип һөйләне Салауат Щербаков. - Ә ҡабырға өлөштәрҙә арматюра - Бөйөк Ватан һуғышы ҡоралдары: каска, автомат урынлашҡан. Һулда башҡорт ҡалҡаны, эшләпә, уңда шлем һәм кираса, төрлө осорҙағы ҡорал күрергә мөмкин.
Конкурста һәйкәл генә күрһәтелде. Ә донъя мәҙәниәте идеяһын күрһәткән колоннада һуңыраҡ, Радий Хәбиров инициативаһы буйынса килде. Колоннада һәм 1956 йылда төҙөлгән бина бер-береһе менән бәйләнешкә инде, тирә-яҡтағы төрлө осор архитектураһының ҡиммәтен йыйҙы һәм һыҙыҡ өҫтөнә алды. Биналар һәйкәл комплексы арҡаһында мөһабәтлерәк күренә башланы.
Майҙан туристарҙы йәлеп итә
Өфөлә Совет майҙанынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы башҡорт ирекле отрядтарын тантаналы оҙаталар һәм ҡаршы алалар. Бындай көндәрҙә майҙанға тантаналы рәүештә Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары, шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы индерелә.
Былтыр октябрь айында Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында Почетлы ҡарауыл вахтаһы барлыҡҡа килде. Ул һәр шәмбе ҡуйыла.
- Эйе, ямғыр, эйе, һауа торошо насар. Әммә егеттәребеҙ Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы Почетлы ҡарауылда батырлыҡ, сыҙамлыҡ, Башҡортостан яугирҙарының иҫтәлегенә хөрмәт менән вахта тота. Был йоланы беҙ генерал Шайморатовтың тыуған көнөндә индерҙек. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө мәктәп-интернатынан балаларға мөһим һәм яуаплы миссия йөкмәтелде. Улар беҙҙең иң яҡшы кадеттар", - тип билдәләне республика Башлығы.
Совет майҙаны туристарҙы йәлеп итә. 2021 йылда бында яҡтыртҡыслы фонтан эшләй башланы. Ә курант сәғәте көнндөҙ 12 тула тигәндә Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған “Шайморатов генерал” йырын башҡара.
Хәҙер был ҡалала йәшәүсе тиҫтәләрсә мең кешенең яратҡан ял итеү урыны булып тора. Бында халыҡ-ара кимәлдәге мәҙәни ваҡиғалар үтә. Совет майҙаны яйлап Санкт-Петербургтағы Дворец майҙаны йәки Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙан кеүек күп функциялы булып китеүе лә бар.
Бөгөн Совет майҙаны үҫешә: һәр ваҡиға уның тарих китабына яңы бит индерә. Республиканың һәр кешеһе, Өфө ҡунағы Рәсәй Геройы һәйкәлен күреүҙе үҙ бурысы тип һанай.
https://www.bashinform.ru/news/detalno/2024-05-16/stolichnaya-simfoniya-sovetskaya-ploschad-ufy-poluchila-mezhdunarodnoe-priznanie-3767545