Башҡортостанда алтын сығарыу компанияларының биш етәксеһе тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған өсөн яуапҡа тарттырыласаҡ, ә башҡа алтын сығарыусыларҙан Урал аръяғы тәбиғәтенә зыян килтергән өсөн суд аша 35 миллиард һум түләтеләсәк. Нимәне айырып үтергә кәрәк – был хәтлем ҙур аҡса республика ҡаҙнаһына йүнәлтеләсәк. Шулай итеп Башҡортостандың законһыҙ алтын ҡаҙыусыларға ҡаршы көрәш тәжрибәһе бөтә ил буйлап таратыласаҡ.
“Росприроднадзор”ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов фекеренсә, БР властары алтын табыу баҙарында тәртип урынлаштыра башлағас, һибелмә алтын табыусы башҡа компаниялар законды боҙорға кәрәкме - юҡмы икәнлеге тураһында ҡат-ҡат уйлаясаҡ, ти.
«Алтын табыусыларҙан зыянды ҡаплатыу мөмкин тип бер кем дә уйламаған ине»
Болотов әфәнде һүҙҙәренсә, алтын сығарыу баҙарын цивилизациялы нормаларға килтереү инициаторы рәүешендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
– Радий Хәбиров 2020 йылда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство – ара комиссия булдырырға тәҡдим итте. Уға, чиновниктарҙан тыш, тәбиғи ҡаҙылмаларҙы варварҙарса сығарыуға ҡаршы тороу өсөн бөтә күҙәтеү, контролдә тотоу һәм көс ведомстволары инде, – ти Роман Александрович. – Был бик дөрөҫ ҡарар булды, ә бөгөн эштең мөһим һөҙөмтәһе бар. Комиссия ойошторолған ваҡытта Башҡортостанда һибелмә алтын сығарыуға лицензиялы 60 предприятие булған, ә бөгөн уларҙың 47-һе ҡалған. Йәғни 13 лицензия ғәмәлдән сығарылған – был бик күп, дөйөм һандың 20 проценты. Аңлатабыҙ – лицензияларҙы «Роснедра» федераль ведомствоһы бирә һәм Мәскәүҙә был алтын табыусыларҙың лицензия талаптарын һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен аяуһыҙ боҙоуын иҫбатларға кәрәк ине.
Шулай уҡ бөгөн судтарҙа алтын ҡаҙыусыларҙан Урал аръяғы тәбиғәтенә килтерелгән 35 миллиард һумлыҡ зыянды түләтеүҙе талап иткән дәғүәләр ҡарала.
– Бөгөн был предприятиеларҙағы мөлкәт комплекстары һәм уларҙағы өлөштәр ҡулға алынған, – тип аңлата Роман Болотов. – Был предприятиеларға ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы банкротлыҡ тыйыла. Тимәк, барыһы ла логик тамамланыуға еткереләсәк һәм был юҫыҡта тәжрибә бар. Әйтергә кәрәк, бер нисә йыл элек, Башҡортостан властары был баҙарҙа тәртип урынлаштыра башлағанға тиклем, алтын сығарыу предприятиеһынан зыянды ҡаплатыуға мөмкин булыуына бер кем дә ышанманы. Шулай ҙа суд процестары йыл ярым ваҡыт дауам итеп, 600 миллион һумдан ашыу аҡса түләтелде.
Роман Болотов аңлатыуынса, лицензияларҙа алтын сығарыусыларҙың тәбиғәтте һаҡлау буйынса бурыстары аныҡ яҙылған. Әммә элек күп кенә компаниялар, был өлкәнең контролдән тыш һәм ҡарауһыҙ ҡалыуынан файҙаланып, ысын варварҙар кеүек эш иткән, үҙенән һуң «яндырылған» ер ҡалдырған.
– Әлбиттә, урындағы халыҡ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың бындай эшмәкәрлегенә асыуланды, – ти ул. Әгәр элек был урында көтөүлек булһа, ә бөгөн унда бөтә ер соҡор-саҡырҙан тора. Уларға малдың ҡазаланыу осраҡтары ла бар.
Тәбиғәттән ҡулланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе белдереүенсә Радий Хәбировҡа «был баҙарҙа тәртип урынлаштырыу өсөн билдәле бер ҡыйыулыҡ кәрәк ине» ти.
– Юридик шәхесте лицензияһынан мәхрүм итеү өсөн ҙур эш башҡарыу кәрәклеген күптәр белмәй, – тип аңлата ул. – Бына күҙ алдына килтерегеҙ: эш судҡа китә, апелляция үтә, кассация үтә... Ҡарар законлы көсөнә ингәнгә тиклем йыл ярым-ике йыл үтә. Ә ошо ваҡыт эсендә алтын табыу компанияһы ниндәйҙер процессуаль боҙоуҙарға юл ҡуйған урындарҙы эҙләй һәм беҙҙең ғәмәлдәрҙе кире ҡағырға маташа. Шулай ҙа тәртип урынлаштыра башлағас та республика бюджетының килем өлөшө артты. Беҙ быны тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһағанға түләүҙәр буйынса күрәбеҙ.
«Ҡайһы берәүҙәр, иректең тамамланыуын аңлап, лицензияларҙан үҙҙәре баш тарта»
Роман Болотов әйтеп үтеүенсә, Радий Хәбиров ойошторған ведомство – ара комиссия – тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға ҡаршы көрәштә бик һөҙөмтәле ҡорал, тип иҫәпләй.
– Әгәр ниндәйҙер ялыуҙар килһә, комиссия ултырышына предприятие вәкилдәрен саҡырабыҙ, – тип һөйләй ул. – Етәкселәре килә, нимә эшләйәсәген аңлата, юл картаһын килтерә, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү өсөн ваҡыт билдәләнә. Әгәр ведомство – ара комиссия ҡарарҙары үтәлмәһә, лицензия ғәмәлдән сығарыла. Бөгөн ҡайһы бер юридик шәхестәр, был өлкәләге иректең тамамланыуын аңлап, алтын сығарыу лицензияһынан үҙҙәре баш тарта.
Роман Болотов, Башҡортостанда тәбиғи таш һәм ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы сығарыу менән дә шундай уҡ хәл булыуын иҫкә төшөрҙө. Һөҙөмтәлә тиҫтәләгән карьер ябылды йәки рекультивация үтте.
– Тәбиғи байлыҡтарҙы файҙаланыусылар йыш ҡына юлдарҙы бөтөрҙө, ә һуңынан карьерҙарҙы рекультивацияһыҙ ташланы, – тип иҫкә төшөрҙө Роман Александрович. – Проблемаға төбәк башлығы Радий Хәбиров иғтибар итте. Ул республиканың экология министрлығына дотацияларҙы арттырҙы. Был кәрәкле аҙым булды, сөнки беҙ ҡаҙылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың күләмен һәм килтерелгән зыянды иҫәпләргә сығабыҙ, ә бының өсөн маркшейдерҙар һәм эксперттар йәлеп ителә. Экология министрлығы өсөн пилотһыҙ аппараттар һатып алынды, йәғни объектив контроль үткәрелә. Улар беҙгә хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итә, беҙ шунда уҡ прокуратураға мөрәжәғәт итәбеҙ. Законһыҙ ғәмәлдәрҙе туҡтатыу өсөн прокуратура һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә сығабыҙ.
Болотов әфәнде әйтеүенсә, «Рәсәй Федерацияһының бер субъекты ла был өлкәлә тәртип урынлаштыра алыуы менән маҡтана алмай».
- Башҡа субъекттар Башҡортостандан өлгө ала, - тип ышандырҙы ул. – 2022 йылда Рәсәй Федерацияһының “Роснедра” етәксеһе менән ведомство — ара комиссияһы уҙғарылды. Улар беҙҙең тәжрибәне башҡа төбәктәргә тарата башланы.
Алтын табыуҙы ришүәтселеккә бирелеүенә һәм ҙур аҡса һыйҙырышлылығына ҡарамаҫтан, Башҡортостан властары артабан да был өлкәне намыҫлы һәм асыҡ итергә ниәтләй.
– Алтын – ҡиммәтле металл һәм ул Рәсәй Федерацияһының стратегик запастарына китә, – тип аңлата Болотов әфәнде. – Уны былай ғына барып ҡаҙа башлау мөмкин түгел. Баштан лицензия алырға, бөтә килешеү комиссияларын үтергә, район хакимиәте башлығынан ризалыҡ алырға, ер участкаһын башҡа категорияға күсерергә кәрәк...
Алтын табыу буйынса аныҡ регламенттар бар. Әле Башҡортостанда алтын сығарыу өлкәһендә ҡатнашыусылар был талаптарҙы үтәмәүселәрҙең лицензиялары ғәмәлдән сығарылыуын белә һәм аңлай. Әгәр предприятиеның вазифалы кешеләре, лицензия килешеүе буйынса нимә эшләргә тейешлеген белеп, был талаптарҙы үтәмәй икән, улар енәйәт эше фигуранты ла була ала.
«Енәйәт эштәре буш урында ҡуҙғатылмай»
Бөгөн Башҡортостанда Урал аръяғында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен тупаҫ боҙған алтын сығарыу компанияларына ҡаршы биш енәйәт эше асылған. Улар көтөүлектәрҙе һөргән, йылғаларға бысраҡ ағыҙған, йыһазландырылмаған майҙансыҡтарҙа ҡалдыҡ туплаған, тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын алып ташлаған, үҙҙәре теләгән ерҙе ҡаҙған, рекультивация үткәрмәгән. Тәфтиш комитеты тиҙҙән ғәйепле вазифалы кешеләрҙе асыҡлаясаҡ, һәм улар ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә эләгәсәк.
− Енәйәт эштәре буш урында ҡуҙғатылмай, – тип аңлата Роман Александрович. – Алтын сығарыуҙы варварҙарса башҡарған предприятиеларға ҡарата биш енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәүҙә улар тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, һуңынан йыйылған материалдарҙы прокуратура өйрәнә, хоҡуҡ боҙоусының ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа бирә, һуңынан енәйәт эше ҡуҙғатыла. Лицензия участкаһы сиктәренән сығырға ҡушҡан һәм тәбиғәткә зыян килтергән ғәйепле вазифалы кешеләрҙе асыҡлана. Улар эштәрҙе башҡарыуҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн РФ Енәйәт кодексының 246-сы статьяһы буйынса закон алдында яуап бирә. Енәйәт ҡануниәте буйынса был биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Болотов әфәнде әйтеүенсә, былтыр прокуратура 10 юридик шәхескә ҡарата тикшереү үткәргән.
– “Росприроднадзор”ҙың белгестәре эксперттар булып сығыш яһаны, - тип һөйләне ул. – Был предприятиеларҙың барыһы ла административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Яңы йыл алдынан Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә рейдтар һәм саралар үткәрелде Беҙ ҡайҙа барырға кәрәклеген белдек һәм, шуға ярашлы, ерҙең уңдырышлы ҡатламын юҡ иткән һәм варварҙар ысулы менән алтын сығарған ҡара ҡаҙыусыларҙы тоттоҡ. Ғәйепле кеше ҡулға алынған, барыһы ла теркәлгән.
«Шундай негатив тренд бар – псевдоэкологтар факттарҙы арттырып күрһәтә»
Баймаҡ районында намыҫһыҙ алтын табыусылар проблемаһы айырыуса киҫкен килеп торғас һәм башҡорт властары тәртип урынлаштыра башлағас, «беҙ тәү сиратта урындағы халыҡтың ярҙамын тойҙоҡ», - ти Роман Александрович.
– Мин шуны әйтергә теләйем: әгәр ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә эшләһә, уларға ҡаршы бер кем дә сығыш яһамаясаҡ, - тип аңлата ул. – Уларҙың эшмәкәрлеге асыҡ булғанда кешеләрҙең алтындың ҡайҙа барыуын, нисек сығарылыуын һәм дәүләттең күпме һалым алыуын белә.
Тәбиғәттән ҡулланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе ҡайһы берендә урындағы халыҡты «псевдоэкологтар» борсой тип тә зарланды.
− Һәр кем үҙен йәмәғәтсе тип атай ала, – ти ул. – Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр йәмәғәтсе үҙ эшен изге ниәттә башҡармай. Ысынлап та, берәй нәмәне үҙгәртергә теләүселәр бар, һәм улар ярҙам итә. Әммә хәҙер тағы ла шундай кире тренд бар — псевдоэкологтар, улар факттарҙы арттырып күрһәтә. Мин шуны әйтергә теләйем: был туҡтатыласаҡ һәм Аллаға шөкөр, быға иғтибар иттеләр. Бының барыһы ла экологик терроризм кеүек. Беҙ уларҙың үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар булдырыуын һәм предприятие етәкселәренә аҡса күсереүҙе талап итеп килеүен беләбеҙ. Был йәшерен рәүештә аҡса талап итеү. Ә дәүләт тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ҙур эш башҡара, әммә был хаҡта ҡысҡырмай. Демагогия булыуҙан күҙәтеү һәм контроль механизмдары үҙенән-үҙе эшләмәй.
Роман Болотов фекеренсә, ҡайһы берендә урындағы халыҡ менән кире бәйләнеш етмәй.
- Район башлыҡтары күпме енәйәт эше ҡуҙғатылыуы, нимә эшләнеүе, ниндәй зыян килтерелеүе тураһында мәғлүмәтте йыш ҡына еткермәй, – тип һанай ул. – Улар был эшмәкәрлекте яҡтыртырға тейеш, һәм халыҡ ниндәй предприятиеларҙың – хоҡуҡ боҙоусылар, ә ҡайһыларының – ер аҫты байлыҡтарын намыҫлы файҙаланыусылар икәнен белергә тейеш. Рекультивация үткәрелелеү мотлаҡ, һәм лицензия алғандан алып эштәр тамамланғанға тиклем барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш.
https://ufa.mk.ru/politics/2024/01/29/v-bashkirii-ostanovili-volnicu-varvarovkopateley.html