Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 09:37

Республикалағы протестар Радий Хәбировҡа тотороҡлолоҡ өҫтәйәсәк

Был турала эксперттар хәбәр итте.

Республикалағы протестар Радий Хәбировҡа тотороҡлолоҡ өҫтәйәсәк
Республикалағы протестар Радий Хәбировҡа тотороҡлолоҡ өҫтәйәсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығына ярҙам күрһәтеү өсөн Кремль медиа һәм көс ресурстарын йәлеп итте.

Уҙған аҙнала Баймаҡ районында килешелмәгән протест акциялары булды. Милләтсе-сепаратсы Фаил Алсыновҡа* ҡарата хөкөм ҡарарын сығарыу уның сәбәбе ине. Алсынов* экстремизм статьяһы буйынса дүрт йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм ителде. Күптән түгел ул өлөшләтә мобилизацияға ҡаршы сығышы өсөн дә административ яуаплылыҡҡа тарттырылғайны. Мәғлүмәт мөхитендә оппозиция ҡарашлы әүҙемселәр һәм федераль эксперт берләшмәһенең ҡайһы бер вәкилдәре Баймаҡтағы протестың эҙемтәләренә төрлөсә баһа бирә. Мәҫәлән, Рәсәйҙең ҡайһы бер аналитиктары Урал аръяғында үткән протест акцияһын элита-ара алыш сағылышы булараҡ аңлата. Ғәмәлдә был ысынбарлыҡҡа тап киләме – хәлде “МК” редакцияһы тикшерҙе.

Радий Хәбировтың башҡорт милли хәрәкәтенең радикаль сегментына ҡаршы көрәше 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ваҡытында башлана. Унда “Башҡорт”**  башҡорт йәмәғәт ойошмаһы экстремистары яҡлылар пленар ултырыш ваҡытында провокация ойоштора. Тап шул ваҡытта төбәк етәксеһе “башҡорттар икенсе юлда”, ә “шовинизмды пропагандалаған, расизмға тәгәрәгән кешеләр беҙгә юлдаш түгел” тип сығыш яһай.

– Бынан тыш, вәкәләттәремә ярашлы, бындай күренештәргә һәм кешеләргә ҡарата мин аяуһыҙ буласаҡмын, – ти Радий Хәбиров.

Шул ваҡыттан алып республика Башлығы эҙмә-эҙлекле булды һәм бер тапҡыр ҙа принциптарынан тайпылманы. Милләтселәргә һәм сепаратсыларға ҡаршы көрәш Фаил Алсыновҡа* ҡарата хөкөм ҡарарын сығарыуға килтерҙе лә инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың элекке етәксеһе ваҡытында булған идеологик вакуум ”суверенитет” дискурсының иҫкергән трендтары менән тулылана, ә башҡорт йәмғиәтендә милләтсе шәүләләргә буйһонған маргиналдар идара итте.

Радий Хәбиров килгәс тә, республика идеологик боролош кисерҙе. Төбәк хөкүмәте сәйәсәтендә үҙҙәрен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған шәхестәр беренсе рәттәргә күтәрелә башланы. 1943 йылда Донбассты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә һәләк булған Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов образы был йәһәттән иң сағыу миҫал булып тора.

Шулай итеп, Радий Хәбиров милләтселәргә ҡаршы көрәштә федераль үҙәктең терәге һәм илде нығытыусы сәйәсмән ролен уйнай. Һәр милли берләшмәнең эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге шунда: улар үҙ халҡының хис-тойғоһо һәм кисерештәре менән оҫта манипуляциялай. Шуны билдәләргә кәрәк: суд тарафынан тыйылған “Башҡорт”**  йәмәғәт ойошмаһы, экстремистик ойошма булараҡ, “Экстремистар лидеры Фаил Алсыновҡа* ҡаршы көрәш ” – ул “үҙ халҡыңа ҡаршы көрәш”, тигән ялған фекерҙе ниндәйҙер кимәлдә формалаштыра алды. Шуға күрә бындай көрәштә республика етәксеһе, үҙенең сәйәси рейтингына зыян килтереп, ҡайһы бер алымдарға бара.

- Әммә бындай шәхси алымдар уртаса сроклы перспективала милли подпольены тар-мар итеү аша төбәктәге эске сәйәси тотороҡлоҡҡа инвестицияларға әүерелә, – ти эксперттар. – Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Башҡортостандың элекке етәкселәре Мортаза Рәхимов һәм Рөстәм Хәмитов осоронда Аҡ йорт милләтселәр менән килешеүгә өҫтөнлөк биргән. Билдәле булыуынса, “Башҡорт”** башҡорт йәмәғәт ойошмаһының күләгәләге кураторҙарының береһе Фәнзил Әхмәтшин Хәмитов идара иткән осорҙа үҙ фермаһын үҫтереүгә алты миллион һум субсидия алған, ә “Башҡорт”** вәкилдәре үҙҙәре бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау иҫәбенә йәшәгән.

Шулай итеп, яңы Башҡортостан тарихында милләтселек һәм сепаратизм күренештәренә ҡаршы көрәштә Радий Хәбиров беренсе юл һалыусы булып сығыш яһаны.

 – Был, һис шикһеҙ, уның федераль үҙәк алдындағы позицияларын нығыта, – тип ышана политологтар, – сөнки бындай деструктив күренештәрҙе Кремль төп хәүеф сифатында ҡарай, бигерәк тә Рәсәй Украинала махсус хәрби операция үткәргән ваҡытта.

Политолог Алексей Макаркин билдәләүенсә, “Башҡортостан тарихы – федераль властың милли хәрәкәттәрҙе етди хәүеф итеп ҡарауына сираттағы сигнал ул, сөнки СССР-ҙың тарҡалыу ваҡыты, 1990 йылдарҙағы сепаратизм да быға асыҡ миҫал”.

– Кремль протест акцияларында Көнбайыштың махсус хеҙмәттәре эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен күрә, был илдә тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыу өсөн эшләнә, – тип хәбәр итә Макаркин. – Был 2022 йылдың февраленә тиклем үк һиҙелә ине, шуға ла 2020 йылда башҡорт милләтселәренең ойошмаларын тыйыу барлыҡҡа килде. Әммә Украинала махсус операция башланыу ошо тенденцияны нығытты ғына. Әйткәндәй, рус милләтселәренең, хатта власты тәнҡитләү менән шөғөлләнгән “махсус операция” яҡлыларҙың да проблемалары бар. Был осраҡта Игорь Стрелковтың яҙмышын иҫкә төшөрөргә мөмкин. Лоялистар күҙлегенән ҡарағанда, төрлө республика милләтселәре лә, властарға ҡаршы сығыш яһауҙа “шәүлә” сифатында ҡулланылған “асыулы патриоттар” ҙа хәүеф тыуҙыра.

Алсыновтың* суд процесына бәйле ваҡиғала Башҡортостан Башлығына федераль үҙәк ярҙам күрһәтә, йәғни Кремль Хәбировҡа булышлыҡ итеү өсөн мөһим медиа һәм көс ресурстарын йәлеп итте.

 

"Хабаровск"  һәм “Дағстан" сценарийҙары хәүефен нисек юҡҡа сығарырға?

 

Баймаҡтағы протест ваҡиғаларының локаль характерҙа булыуын һәм дөйөм республика характерындағы асыҡ протест акцияларына әүерелмәүен билдәләп үтергә кәрәк. Дағстандағы кеүек күпләп ҡыйратыуҙар һәм дәүләт мөлкәтен боҙоуҙар, милләт-ара конфликттар булманы. Алсынов* ваҡиғаһы, дөйөм алғанда, башҡорт йәмғиәтенең эске конфликты булараҡ үтте. Төбәк властары ла протесты “фургализациялауға” юл ҡуйманы. Ситтәге районда бер нисә мең кеше ҡатнашлығында үткән протесты, милләтселәрҙең һәм Украина Мәғлүмәт-психологик операциялар үҙәгенең тоталь рәүештә мобилизациялауға тырышыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостандың баш ҡалаһына күсерә алманылар. 19 ғинуарҙа Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда халыҡ өсөн байрам сифатында үткән киләһе протест акцияһында ике йөҙ самаһы ғына кеше йыйыла.

Эксперттар билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары Ҡуштауҙы эшкәртергә маташыу буйынса ойошторолған протестарға бәйле хаталарҙан ҡаса алған. Ул саҡтағы сыуалыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла “амнистиялана” һәм береһе лә законлы язаға тарттырылмай. Әммә язаға тарттырмау йәнә закон боҙоуға алып килә. Күрәһең, хоҡуҡ һаҡлаусылар, ошо хәлдән һабаҡ алып, тәүәккәл эш иткән. Башҡортостан тәфтиш комитеты Баймаҡта протестар факты буйынса бер юлы ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғата: беренсеһе күмәк сыуалыштарҙы ойоштороу һәм уларҙа ҡатнашыу менән бәйле булһа, икенсеһе власть вәкилдәренә ҡарата көс ҡулланғандар язаға тарттырылды.

- Сыуалыш ваҡытындағы тәртипһеҙлектәр, шул иҫәптән ҡорал сифатында ҡулланылған предметтар арҡаһында бер нисә кеше, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре зыян күрҙе, – тип хәбәр итте РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығы.

Протеста ҡатнашыусылар, яҡын-тирәләге өйҙәрҙән ярылған утындар алып килеп, полиция хеҙмәткәрҙәренә ташлаған.

Криминаль эксперттар баһалауынса, "күмәк сыуалыштар ойоштороу" – Енәйәт кодексының бик етди статьяһы, айырыуса ауыр разрядлыларҙан  һанала.

 – Күмәк сыуалыштар илдең милли именлегенә ҡарата хәүеф тыуҙыра, шуға күрә был статья буйынса яза ла етди, – ти улар.

Төбәк буйынса Эске эштәр министрлығы аяуһыҙ йәмәғәт позицияһына баҫты: махсус тәғәйенләнешле мобиль отряд ҡамауында ҡалған протест кураторҙарын халыҡ араһынан профессиональ рәүештә тартып ала. Бөгөн уларҙың барыһы ла тотҡарланған, ә ҡайһы берҙәре ҡулға алынған.

Төбәк властары ла шулай уҡ ҡатылыҡ күрһәтте: улар милләтселәрҙең пропагандаһын туҡтатыу буйынса сәйәси-технологик саралар күрҙе.

Радий Хәбиров үҙе лә, ныҡлы позицияны биләп, “яҡшы эко-әүҙемсе, патриот битлеген кейергә мөмкин, әммә ғәмәлдә хәл бөтөнләй башҡаса”, тип билдәләне.

–Сит илдә йәшәгән бер төркөм кешеләр, асылда хыянатсылар Башҡортостанды Рәсәйҙән айырылып сығырға саҡыра, – тип хәбәр итте Радий Фәрит улы. – Улар бында партизандар һуғышына өндәй. Улар – кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән Ғәббәсов та***, наркотиктар өсөн хөкөм ителеп, тыныс көтөүсе битлеген кейгән Фәнзил Әхмәтшин дә.

Протестың һүнә башлауы тураһында федераль кимәлдә лә яҙалар. Мәҫәлән, “Незыгарь” телеграм-каналы "Өфөлә хөкөм ителгән Фаил Алсыновҡа* ҡарата ойошторолған протестар юҡҡа сыға башланы" тип билдәләгән.

 – Хәл-ваҡиғалар барған контексты иҫәпкә алғанда, тап ошоно көтөргә була ине, – тип хәбәр итә федераль аналитиктар. – Башҡортостан – күп йылдар буйы бер нисә этнос һәм милләт дуҫ йәшәгән республика. Милләтселек идеяһы башҡорт йәмғиәтендә бер ҡасан да ысын мәғәнәһендә хуплау тапманы. Был һуңғы йылдарҙа айырыуса асыҡ сағыла, сөнки республика Башлығы Радий Хәбиров экстремизм, сепаратизм һәм милләтселек кеүек социумды тотороҡһоҙландырыусы тенденцияларҙы юҡҡа сығара.

Билдәле политолог Констанстин Калачев та үҙенең телеграм-каналында протест контексында сәйәси позицияларҙың тотороҡло булыуы тураһында белдерә.

– Милләтселеккә ҡаршы көрәшергә кәрәк, – тип иҫәпләй политолог. Әммә сама белергә кәрәк. Әгәр таяҡты тотҡан еренән һындырһаң, хәлде төҙәтә алмауың да ихтимал, сөнки барыһы ла тәрәнгә китәсәк. Әммә унда, төптә, үпкәләү тойғоһо тағы ла үҫеп, бер көн килеп тағы ла ҡалҡып сығасаҡ. Хәбировтың тотороҡлолоғона килгәндә, был протестар уға ни бары тотороҡлолоҡ өҫтәйәсәк. Теманың актуаллеге бөтәсәк, ә ул республикаға идара итеүен дауам итәсәк, сөнки ул мәсьәләне хәл итә алды.

Шулай итеп, "Баймаҡ кейсы" ҡатмарлы милли республикала төбәк властарының протест акциялары менән уңышлы эш итеү өлгөһө булып тора. Был Радий Хәбировтың киҫкен шарттарҙа төбәктәге сәйәси процестарға идара итә алыуы хаҡында һөйләй.

 

Радий Хәбировтың сәйәси позициялары: элита эсендәге аспект

 

Республика башлыҡтарының һәм губернаторҙарҙың сәйәси тотороҡлолоғо факторҙарға нигеҙләнә. Уларҙың береһе – төбәк етәксеһенең теге йәки был федераль йоғонто төркөмдәренә яҡынлығы. Шуға ярашлы, уның федераль “ҡыйығы” позицияларының тотороҡлолоғоноң үҙгәреүе төбәк башлығының тотороҡлолоғона туранан-тура йоғонто яһай. Мәҫәлән, киң мәғлүмәт сараларында һәм телеграм-каналда теге йәки был губернаторҙың ниндәй ҙә булһа сәнәғәт төркөмөнә, нефть компанияһына йәки президент эргәһендәге кешеләргә яҡынлығы тураһында йыш уҡырға мөмкин.

Башҡортостанда был йәһәттән үҙенсәлекле хәл тыуҙы – Радий Хәбировты Президент Владимир Путинға һәм уның хакимиәтенә генә йүнәлеш тотҡан сәйәсмән булараҡ тасуирлайҙар. Уның өсөн башҡа абруйлы кешеләр юҡ. Был уға, республика мәнфәғәттәрен яҡлап, финанс-сәнәғәт йоғонтоһо төркөмдәренән бойондороҡһоҙ төбәк сәйәсәтен үткәрергә мөмкинлек бирә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: идара итеүҙең беренсе срогы аҙағында бындай сәйәси конфигурация үҙгәрмәне. Хәбиров олигархтарға анттар бирмәйенсә, “Путиндың тәғәйенләнеше” булып ҡала, ә уның етәкселегендәге Башҡортостан Рәсәйҙең Украинала махсус хәрби операция үткәреүҙә илебеҙҙең терәге булып тора.

Милләтселәрҙең протест акциялары контексында Радий Хәбиров закон һәм федераль сәйәсәт яғында булып, һөжүмде үҙ өҫтөнә алды. Радий Фәрит улы тағы бер тапҡыр саҡырыуҙарҙы ҡабул итә белеүен һәм һөжүмгә ҡаршы тора алыуын иҫбатланы.

– Был махсус хәрби операция шарттарында дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау позицияһынан сығып, Рәсәй дәүләтенең сәйәси парадигмаһында уны кәрәкле итә, – ти эксперттар. – Һис шикһеҙ, милли республикала милләткә бәйле булмаған йәки федераль яҡлы йүнәлештәрҙе формалаштырыу буйынса ҙур эш көтөлә, ошо йүнәлештә Башҡортостан һәм Хәбиров йәнә бер тапҡыр башҡа милли төбәктәргә өлгө күрһәтә ала.

Политологтар фекеренсә, "Хәбиров этник экстремизмға әйләнгән милләтселек ҡараштарының күп йыллыҡ тамырҙарын  асыҡтан-асыҡ юҡҡа сығара".

– Шуның менән ул, башҡорт халҡына яңы перспективалар асып, яңы йүнәлештәр булдыра, – тип ышана улар. – Шулай итеп, Радий Хәбиров башҡорттарҙың ысын лидерына әйләнә. Әйткәндәй, элек башҡорт сәйәсәтендәге үҙгәрештәргә ҡаршы сыҡҡан күп кенә йәмәғәтселек фекере лидерҙары бөгөн уға булышлыҡ күрһәтә. Шул иҫәптән Радий Хәбировтың эш һөҙөмтәләре өсөн дә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылдағы инфраструктура проекттары, башҡорт йәмғиәтенең идеологик үҫеш моделдәре һөҙөмтәһендә лә.

Ысынлап та, уҙған бер нисә йылда Радий Хәбиров башҡорт телен мәжбүри индереү, мотлаҡ өйрәнеүҙе талап итеүгә ҡарағанда, уны популярлаштырыуҙың һөҙөмтәлерәк булыуын күрһәтте.

– Шулай уҡ республикала башҡорт йәмғиәтенең быуаттар буйы һаҡланған ҡиммәттәренә йүнәлтелгән патриотик эш яңы кимәлдә тормошҡа ашырыла, – тип аңлата эксперттар. – Был Башҡортостанды махсус хәрби операция башланғандан алып тәүге рәттәргә сығарҙы. Республикала патриотик күтәрелеште иғтибарһыҙ ҡалдырыу ауыр, ә Ватанды яҡларға сыҡҡан мобилизацияланғандар һәм доброволецтар һанын административ ысулдар менән генә туплап булмай, был бик нескә эш һөҙөмтәһе.

Әлбиттә, Мортаза Рәхимов һәм Рөстәм Хәмитов идара иткән осорҙа формалашҡан элекке элиталар бының менән килешә алмай: Хәбиров, уларҙан власты тартып алып, халыҡ араһында абруй яуланы. Шуның өсөн дә Башҡортостандың төпкөлөндәге локаль протестар буйынса төрлө акторҙарҙың спекуляциялары һәм ҡотортоуҙары аяуһыҙ рәүештә туҡтатыласаҡ.

 

* Фаил Алсынов террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

** “Башҡорт” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы экстремистик ойошмалар исемлегенә индерелгән һәм уның эшмәкәрлеге тыйылған.

*** Руслан Ғәббәсов Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары исемлегенә индерелгән, террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

 

Фото: ufa.mk.ru

Читайте нас: