Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 07:17

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы

Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығында эштәрҙе әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү, гүзәл зат вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен барлау маҡсатында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең бишенсе съезы үтте. Был мөһим сара  ойошманың барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға арналды.  

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы

 Бында республикабыҙҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дәЫрымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларынан 200-гә яҡын делегат онлайн рәүештә ҡушылды. Ә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан өлкә бүлексәһе бинаһына иһә ойошма идараһының төп составы, ветерандар советы, саҡырылған ҡунаҡтар, бүлексә етәкселәре – Халыҡ дауалаусылары мәктәбе, Өләсәйҙәр мәктәбе, Ирҙәр советы, Батырҙар мәктәбе һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөлгән ойошма етәкселәре йыйылды.

Әйткәндәй, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте  эшләү дәүерендә Нәжибә Мәҡсүтова, Фирҙәүес Хисаметдинова, Гөлфиә Юнысова, Гүзәл Ситдиҡова, Розалия Солтангәрәева, Гөлназ Ҡотоева кеүек тел белгесе ғалимдары, ижади һәм сәйәси эшмәкәрҙәр төрлө йылда рәйес була. 2017 йылдан алып уны Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкләй.

– Юридик статусыбыҙ республика кимәле булыуға ҡарамаҫтан, сараларыбыҙға башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы ла йәлеп итәбеҙ. Улар менән әүҙем бәйләнеш булдырғанбыҙ. Бөгөнгө сарала милләттәштәребеҙҙең дә ҡатнашыуы быға асыҡ дәлил. Сөнки телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эштә улар ҙа беҙҙән ярҙам көтә, – тип Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, биш йыллыҡ башҡарған эштәрҙе лә барланы.

 Һуңғы съезд биш йыл элек ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә заманға тап килгән, йәмғиәткә файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булған 100-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Шулар араһынан «Бәндәбикә» социаль-хәйриә уҙышы, «Урал батыр байрамы», «Өләсәй әкиәттәре»  тигәндәрен атау ҙа етә.  Милли көрәш һәм билбау көрәшен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Батырҙар мәктәбе», «Халыҡ дауаланыусылары мәктәбе» уңышлы эшләй.

Коронавирус пандемияһы осоронда ла Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары өйҙә тик ултырмай, ирекмәндәр булып,  мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса Ирекмәндәр штабында эшләй, әлеге көндә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ла әүҙем эш алып барыла. Илебеҙ өсөн ауыр осорҙа йәмғиәт эргәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары комитеты ойошторолған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң ҙур проекттарының береһе – «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» 2014 йылда Гөлнур Ҡолһарина башланғысы менән ойошторолған. Унда төрлө номинацияла 5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашып, шуларҙың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, өлгөлө балалар тәрбиәләп үҫтергән 200-ҙән ашыуы юғары наградаға – Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ була.  

Съезға килеүселәр менән һөйләшеп, аралашып алдыҡ.

– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте район-ҡалаларҙа үҙенең эшен шул тиклем матур алып бара. Бына беҙгә алмашсылар килде, тип ҡыуанып  бөтә алмайым. Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте республикабыҙға  ауыр ваҡытта – пандемия, әлеге махсус хәрби операция осоронда ла ир-егеттәр һәм  ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе, – ти хөрмәтле ил инәһе Ләлә Биишева.

– Йәмғиәттә гүзәл заттарҙың бәҫен күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы тергеҙеү, үҫтереү, киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар — әсәләр менән киң күләмле эштәр алып барабыҙ.  Өлкән быуын кешеләре, ауыр хәлдә ҡалғандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итәбеҙ, акцияларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар менән байтаҡ байрам үткәрҙек. Районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашып, төрлө номинацияла еңеүсе булды, диплом, кубоктар менән бүләкләнде. Ибраһим ауылынан Фәүзиә Латипова, Ҡабаҡ ауылынан Хәлисә Әхмәтшина «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Бергәләп район ҡатын-ҡыҙҙарының эшен әүҙемләштерергә тырышабыҙ, – ти йәмғиәт ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылының старостаһы Фәһимә Абдрафиҡова.

– Рус мөхитендә үҫеп, үҙ мәҙәниәтен йүнләп белмәгән балаларҙы тәрбиәләү эше еңелдән түгел, әлбиттә. Бәлки, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәткәндә информацион технологиялар, интернет селтәре ресурстарын киңерәк ҡулланырға кәрәктер. Мәҫәлән, балалар оҡшатҡан йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү йәки һәләтле рәссамдар, программалаусыларҙы төрлө конкурс, грантҡа йәлеп итеп, йәнһүрәттәр эшләү, компьютер уйындарын да үҙебеҙҙең милли һыҙаттарға  нигеҙләнеп яҙыу, башҡортса төрлө ҡушымталар булдырыу, боттарҙы башҡортсаға әйләндереү.

Бөгөнгө заманда теүәл фәндәр генә түгел, башҡа фәндәр буйынса ла уҡытыусылар етмәй, 5 – 10 йылдан хәлдең тағы ла  киҫкенерәк булыуы бар. Мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары бергәләшеп ата-әсәләр, мәктәп уҡыусылары менән һөнәр һайлау буйынса һөйләшеүҙәр, аңлатыуҙар алып барһа, бик яҡшы булыр ине, –  тигән теләк-тәҡдимдәрен белдерҙе  Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, доцент Зөлфиә Йәғәфәрова.

Съезда мәғариф, мәҙәниәт, йәш быуынды патриотик  рухта тәрбиәләү, халыҡ сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә,  әсәләренә ярҙам күрһәтеү  кеүек төрлө көнүҙәк мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Мәртәбәле сарала Бөтә Рәсәй «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ла һөйләшеү алып барылды. Яңы идара составы һәм совет структураһы һайланды, 2027 йылға тиклем Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең эш планы тикшерелде.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: