Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2022, 11:25

Ҡыш бабайға хат яҙырға теләһәң...

Башҡортостанда Ҡыш бабай почтаһы эшләй.

Ҡыш бабайға хат яҙырға теләһәң...
Ҡыш бабайға хат яҙырға теләһәң...

Төп тылсымсыға  хатыңды ебәреү өсөн конверт тышына ошо адресты яҙырға кәрәк: 162390, Россия, Вологодская область, город Великий Устюг, «Дом Деда Мороза». Хатты 31 декабргә тиклем ебәрергә була.

Хатты Бөйөк Устюгҡа ғына түгел, Башҡортостандағы Ҡыш бабайға ла ебәрергә мөмкин.

«Әгәр йәш хат яҙыусыға ярҙам кәрәк булһа, почта хеҙмәткәрҙәре хатты нисек дөрөҫ тултырырға өйрәтәсәк.  Конвертта кире адресыңды ла күрһәтергә кәрәк», - тип асыҡлыҡ индерәләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: