Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 10:30

«Аҡса биреп тор әле, күрше»

– Аҡса биреп тор әле, күрше, иртәгә үк индереп бирәм. Бик ашығыс кәрәк ине. Был һүҙҙәр яҡшы танышмы? Кешене ышандырып алып, иртәгеһенә индермәй, әллә нисә йыллап көттөргәндәр ҙә йәки бөтөнләй түләмәй ҡасып йөрөгәндәр ҙә бар. Шулай аҡса һорап ингән кешене нисек рәнйетмәй генә яуап бирергә һуң? Беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

«Аҡса биреп тор әле, күрше»
«Аҡса биреп тор әле, күрше»
  1. Һеҙҙән, ярҙам итергә әҙерһегеҙме, тип кенә һорайҙар. Баш тартҡан осраҡта мөнәсәбәттәр боҙолмаясаҡ, ә әлеге ваҡытта ярҙам күрһәтергә әҙер булмауығыҙҙы ғына күрһәтерһегеҙ. Шуға күрә ҡыйыу рәүештә үтенескә «юҡ» тип әйтегеҙ.
  2. Кеше һеҙҙең ниндәйҙер һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсағыҙ барлығын белә, ти. Был осраҡта нимә эшләргә? Был аҡсаларҙы ниндәйҙер отошло эшкә тотондоғоҙ йәки уны банкка кире алыу мөмкинлегенән тыш һалдығыҙ, тип әйтегеҙ.
  3. Кемгәлер биреп торҙоғоҙ, әле артыҡ аҡсағыҙ юҡ, тип әйтә алаһығыҙ. Бының өсөн бер аҙ артистлыҡ һәләтегеҙҙе лә егергә тура килер.
  4. Һуңғараҡ мөрәжәғәт итеүен һорағыҙ. Шулай итеп һеҙ яуап биреүҙән ҡаса алаһығыҙ һәм ярҙам итеүгә аныҡ ышаныс бирмәйһегеҙ. Аҡсағыҙ килеп сығыуын ул көтөп тормаясаҡ, башҡа ерҙән табасаҡ.
  5. Күршегеҙ аҡса һорап мөрәжәғәт итһә, унан эштең нимәлә икәнлеген һорағыҙ. Уның эш таба алмауы ла ихтимал. Финанс яҡтан ярҙам итергә әҙер булмауығыҙҙы әйтегеҙ, әммә быны башҡаса эшләргә мөмкин. Шулай эшләп, һеҙ үҙегеҙҙең ярҙам итергә әҙер булыуығыҙҙы башҡараҡ аңларһығыҙ. Өҫтәүенә, киҫкен «юҡ» тип әйтергә тура килмәйәсәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.



 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: