Бында прокуратура, контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре, Башҡортостандың бизнес-омбудсмены ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тикшереү саралары барышында бизнесҡа административ баҫымды кәметеү мәсьәләләрен, административ комиссияларҙың эшмәкәрлеген, төҙөкләндереүгә күҙәтеү үткәреү барышында эшҡыуарҙарҙың проблемаларын, уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу тәртибе һәм яза биреү формалары тикшерелде. Ултырыш барышында контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре лә үҙ эше тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, ведомстволарҙа иҫкәртеү сараларын индереү буйынса эш алып барыла һәм дауам ителәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.