Йәмғиәт
17 Ноября 2022, 12:15

Асарбаҡтарға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ

Төрлө сәбәптәр менән урамда ҡалған йортһоҙ кешеләргә һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ,теләүселәр кейем-һалым, аяҡ кейеме килтерә ала. Шәфҡәтлелек акцияһы Өфөлә 2 декабрҙә үтәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асарбаҡтарға һеҙ ҙә  ярҙам итә алаһығыҙАсарбаҡтарға һеҙ ҙә  ярҙам итә алаһығыҙ
Асарбаҡтарға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ

Яңыраҡ баш ҡалабыҙҙың Совет районында үткән шәфҡәтлелек акцияһын республика комплекслы социаль үҙәк белгестәре ойошторған. Ярҙам һорап 33 кеше мөрәжәғәт иткән. Мохтаждарға шулай уҡ юғалған документтарҙы тергеҙеү, инвалидлыҡты теркәү тәртибе, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса консультациялар бирелгән, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелгән.

Ә киләһе акция Өфө ҡалаһының Оржоникидзе районында көндөҙгө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем ойошторола (Ҡулса урамы ( Кольцевая), 65-се йорт, «Меркурий» сауҙа үҙәге эргәһендә).

Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 287–28–66; rkscb70@mail.ru

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова