Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2022, 15:00

Ижади коллективтар ҙа акциянан ситтә ҡалмай

Кушнаренко районының ижади коллективтары «Һалдатҡа посылка» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә йөн ойоҡбаштары бәйләгән.  

Ижади коллективтар ҙа акциянан ситтә ҡалмай
Ижади коллективтар ҙа акциянан ситтә ҡалмай

«22 пар йөн ойоҡбаш бәйләп, Кушнаренко ауылындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырҙыҡ. Беҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, яугирҙарыбыҙ өсөн йылы әйберҙәр әҙерләүҙе дауам итәсәкбеҙ»,- ти «Соловушки» ансамбленең етәксеһе Гөлназ Ханнанова.

Кушнаренко районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Александр Десяткин әйтеүенсә, «Һалдатҡа посылка» акцияһына райондың башҡа ижади коллективтары ла ҡушыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

 

 

Фото: Т.АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: