Ғаиләлә атай һүҙе, атай абруйы, атай тәрбиәһе ҙур роль уйнай. 2020 йылда Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы булдырған “Атайлыҡ даны” премияһы йәмғиәтебеҙҙә атайҙарҙың абруйын күтәреүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын тергеҙеүгә, балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың ролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән.
Конкурс өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Быйыл унда 218 ғаилә башлығы ҡатнашҡан. "Беҙҙең республикала шундай өлгөлө атайҙар булыуы һоҡландыра. Уларҙың ҡайһы береһе бөгөнгө тантанаға үтмәһә лә, конкурста ҡатнашыусы һәр атай – еңеүсе", – тине, сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, конкурс комиссияһы рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов. Бүләкләнеүселәр араһында күп балалы атайҙар ҙа, тәрбиәгә бала алыусылар ҙа, үҙҙәренең хеҙмәте, йәмәғәтселек эше менән башҡаларға өлгө булып тороусылар ҙа бар.
Мәҫәлән, Йылайыр районынан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләүсе Даян Аҡҡужин – биш бала атаһы. Әбйәлил районынан Рөстәм Баймөхәмәтовтың берҙәм һәм татыу ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Янғын һүндереүсе булып эшләүсе атайҙары улар өсөн ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Баймаҡ районынан 85 йәшлек Ғибәтулла Туйсин – иң күп балалы атайҙарҙың береһе, улар ҡатыны менән ун балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Шулай ҙа иң күп балалы атай – Краснокама районынан Аис Маликов. Улар ҡатыны Гөлсирен менән 39 балаға атай-әсәй булып иҫәпләнә. Шуның алтауһы үҙҙәренеке булһа, 33-өн тәрбиәгә алғандар. Балалар йортонан бала алыу теләге үҙҙәренең ҡыҙ һәм улдары үҫеп, тыуған йортонан сығып киткәс барлыҡҡа килә. Тәүҙә дүртәүҙе генә алырға уйлаһалар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы күреп, уларҙың яҙмышына битараф ҡала алмайҙар. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда иң ҙур ғаилә барлыҡҡа килә. Ҙур йортта һәр балаға урын да, күңел йылыһы ла, хәстәрлекле мөнәсәбәт тә табыла. Хужалыҡ эштәрендә лә ихлас ярҙам итә улар. Эшләгәндең ашы бар, тигәндәй, ғаилә башлығы бал ҡорттары ла тота, мал да үрсетә, баҡса ла үҫтерәләр.
Лауреаттар араһында гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, Белорет районынан әүҙем авторыбыҙ Нурулла Миһранов та бар. Әйткәндәй, ул – “Атайлыҡ даны” премияһына лайыҡ булыусы иң оло атайҙарҙың береһе. 86 йәшен тултырған аҡһаҡал үҙенең тормошо, хеҙмәте, балалары менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар ҡатыны Мөнирә Ғәрифйән ҡыҙы менән 35 йылдан ашыу татыу ғүмер кисереп, алты балаға ғүмер биргәндәр һәм улар янына тағы бер баланы тәрбиәгә алып, оло тормош юлына сығарғандар. Ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған ветеран, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара: ауылда ветерандар советын етәкләй, мәктәп тормошо менән дә ҡыҙыҡһынып тора. Үҙе төҙөткән һәм ғүмер буйы эшләгән мәктәбендә уның һәм шулай уҡ уҡытыусы булып эшләүсе ҡатынының тырышлығы менән тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла. Әйткәндәй, быйыл ул матбуғат баҫмаларына яҙылған уҡыусыларға үҙенең шәхси премияһын да булдырған. 50 йыллап матбуғат баҫмаларына яҙышҡан кеше булараҡ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороуҙы үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй.
Бихисап грамотаһы, “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы, Белорет районының почетлы гражданы һәм почетлы ветераны тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы ла уның йәмғиәтебеҙҙең әүҙем гражданы булыуын раҫлай.
Әлбиттә, үҙенең төп ҡаҙанышы итеп ул балаларын иҫәпләй. Ә балалары атаһының исеменә тап төшөрмәй. Барыһы ла юғары белем алып, хеҙмәт урынында ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр. Нурулла Мөхөтдин улы әле 18 ейән-ейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүләсәргә яратҡан ҡартатай ҙа.
– Атайымдың өйҙә бер ҡасан да тауыш күтәргәне булманы. Балаларҙы бик яратты, шул уҡ ваҡытта талапсан да булды. Ғаиләлә һәр беребеҙҙең үҙ эше була торғайны, шуны ҡабатлап әйттермәй генә һәр кем эшләп ҡуя ине. Тәрбиәгә алған ҡыҙҙы ла улар үҙҙәренеке кеүек күреп үҫтерҙе. Ул ваҡытта ҡыҙлыҡҡа йәиһә опекунға алыу тигән нәмә булманы, өләсәһе үлгәс, әсәйем менән атайым алып ҡайтты ла, Шамилә беҙҙә йәшәй башланы. Атайымдың уҡыусыһы ине ул, – тип һөйләй Өфөлә йәшәүсе ҡыҙы Миләүшә Моратшина.
Тантанала иң тулҡынландырғыс мәл хәрби операцияла улдарын юғалтҡан атайҙарҙы тәбрикләү булғандыр. Һалмаҡ ҡына сәхнәгә күтәрелгән атайҙарҙың йөҙҙәре уйсан, күҙҙәре моңһоу. Ғәзиз улдарын юғалтыуға бер йыл да тулмаған бит... Кемеһелер – мартта, кемеһелер майҙа ғына Украиналағы хәрби операцияла тыуған илебеҙ тыныслығын һаҡлап һәләк булған...
Илебеҙҙе һаҡлап үҙ ғүмерен аямаған 10 батырҙың атаһына “Атайлыҡ даны” премияһы тапшырылды. Ысын геройҙар тәрбиәләгән был атайҙар, әлбиттә, иң оло хөрмәткә лайыҡ. Улар араһында Миәкә районынан Илфат Фәтихов, Шишмә районынан Исмәғил Нурлығаянов, Учалы районынан Абрар Хәйруллин, Миәкә районынан Хәбир Йәнышев бар. Илфат Рәүеф улы Фәтихов Стәрлетамаҡта “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән, әле хаҡлы ялда. Уларҙың бәхетле ғаиләһендә ике бала донъяға килгән. Улдары Айрат һәм ҡыҙҙары Ҡәҙриәгә үҙҙәренең миҫалында матур тәрбиә биргәндәр. Ғәҙел, эшһөйәр һәм илһөйәр булып үҫкән Айрат килешеү буйынса һауа-десант ғәскәрҙәрендә командир булып хеҙмәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Украинала махсус операцияла хәрби бурысын үтәгән ваҡытта уның ғүмере өҙөлә. Ҡыйыулығы һәм күрһәткән батырлығы өсөн өлкән сержант Айрат Фәтихов үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителгән.
Учалы районынан Абрар Кирам улы Хәйруллин да – өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны менән улар өс улға ғүмер биреп, ысын ир-егет итеп тәрбиәләгәндәр. Бәләкәй улдары Ирек өсөн атаһы һәм ағайҙары өлгө булып тора. Өлкән улдары Артур Өфө политехник техникумын тамамлап, Ульяновск ҡалаһында килешеү буйынса хеҙмәт иткән. Уртансы улдары Тимур Белорет металлургия техникумында белем алған, 2016 йылда килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә киткән. 2022 йылдың 10 майында Украинала хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Финалсыларҙың һәр береһенә “Атайлыҡ даны” билдәһе, “Асы” шифаханаһына ял көнө турына сертификат, унауһына өҫтәмә рәүештә ете көнгә республика шифаханаларына юллама тапшырылды. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусы атайҙар төрлө ойошманың ҡиммәтле бүләктәрен дә алды. Республикабыҙҙа ошондай атай абруйын күтәреүсе матур сараның ойошторолоуы, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Валерий ШАХОВ фотолары.