Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 14:58

Көҙгө каникулда Луганск Халыҡ республикаһынан балалар ял итәсәк

Көҙгө каникулда  Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһы уҡыусыларын ҡаршылай. Барлығы 50 бала  Илеш районының «Орленок» балалар сәләмәтләндереү лагерында ял итәсәк.

Көҙгө каникулда Луганск Халыҡ республикаһынан балалар ял итәсәк
Көҙгө каникулда Луганск Халыҡ республикаһынан балалар ял итәсәк

Был лагерҙа балаларҙың сифатлы һәм яҡшы ялын ойоштороу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: заманса кластар, уңайлы бүлмәләр, йәмле ашхана, ябыҡ бассейн, спорт майҙансыҡтары.

Өҫтәмә белем биреү ойошмалары, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары көсө менән балалар өсөн мәғариф, мәҙәни, тәрбиәүи һәм ял итеү программалары, оҫталыҡ дәрестәре, квестар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар әҙерләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәйге каникул осоронда республика Луганск Халыҡ Республикаһының 1468 балаһын ҡабул итте. Улар Башҡортостан Республикаһының ҡаланан ситтәге 7 лагерында ял итте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: