Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 18:07

Беҙҙең һигеҙ конкурс проекты призлы урын алған

Республикабыҙҙың финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда граждандар өсөн ҡаҙнаны күрһәтеү буйынса проекттарҙың федераль конкурсына йомғаҡ яһалған. Унда Рәсәйҙең 56 төбәгенән 386 проект ҡатнашҡан. Беҙҙең Башҡортостандан еңеү өсөн 35 проект эше көрәшкән.

Беҙҙең һигеҙ конкурс проекты призлы урын алған
Беҙҙең һигеҙ конкурс проекты призлы урын алған

Шулай итеп конкурс комиссияһы тарафынан 28 конкурс эше һайлап алынып, икенсе турҙа ҡатнашырға ебәрелгән. Ә ете конкурс проекты федераль конкурстың икенсе этабына үҙ аллы үткән. Беҙҙең республиканан 8 конкурс проекты ете номинацияла призлы урын алған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: