Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 09:47

«Һеҙҙән рух күтәренкелеге алабыҙ»

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында  ишетеү һәләте боҙолған кешеләр араһында «DeafSkills – 2022» һөнәри оҫталыҡ чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

«Һеҙҙән рух күтәренкелеге алабыҙ»
«Һеҙҙән рух күтәренкелеге алабыҙ»

«Икенсе һөнәри оҫталыҡ чемпионатын ҡабул итеүгә шатбыҙ, бөгөн илебеҙҙең 45 төбәгенән 350-нән ашыу ҡатнашыусыны сәләмләйем. Чемпионатта сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар –  Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнаша. Һеҙ – һөнәри камиллыҡҡа һәм йәмғиәттә кәрәкле булырға ынтылған көслө һәм ҡыйыу кешеләр, беҙ һеҙгә ҡарап, рух күтәренкелеге алабыҙ. Чемпионат тап шуға булышлыҡ итә лә инде.

Компетенциялар һаны йылдан-йыл күбәйә, быйыл улар 30-ҙан ашыу. Чемпионат көндәрендә Башҡортостанды яратырһығыҙ, халыҡтың йылыһын тойорһоғыҙ, ә ярыштар һеҙҙең өсөн уңайлы мөхиттә үтер, - тине ул, чемпионатты асып.

Һөнәри оҫталыҡ чемпионаты «ВДНХ-ЭКСПО» һәм 8  колледжы майҙансығында уҙғарыла. Бәйгеселәрҙең оҫталығын 150-нән ашыу эксперт баһалай. Чемпионатты үткәреү маҡсатында 50-нән ашыу  кеше ым-ишара телен өйрәнгән һәм 100-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителгән. Чемпионатта ҡатнашыусылар бөгөн 34 төр буйынса ярышасаҡ.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә бөгөн ишетеү һәләте боҙолған 150 мең кеше йәшәй, уларҙың 5 меңдән ашыуы - Башҡортостанда.


Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: