Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 14:54

Һаңғырауҙар ҙа барыһын эшләй ала

Баш ҡалабыҙҙа ишетеү һәләте боҙолған 18 – 35 йәштәгеләр араһында  һөнәри оҫталыҡ буйынса «DeafSkills – 2022» Милли чемпионаты бара. Бында барлығы 45 төбәктән 350-нән ашыу кеше ҡатнаша, улар туғыҙ майҙансыҡта 34 компетенция буйынса көсөн һынай.

Һаңғырауҙар ҙа барыһын эшләй ала
Һаңғырауҙар ҙа барыһын эшләй ала

– Башҡортостан һөнәри оҫталыҡ ярыштарын үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.  Республикабыҙҙа «Абилимпикс» чемпионат хәрәкәте әүҙем үҫешә, унда инвалидлыҡтың төрө айырылмай. Ә был чемпионатта беҙ беренсе тапҡыр ым-ишара телен аңлаған ирекмәндәр әҙерләү мәсьәләһе менән осраштыҡ.  Бында  Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар клубының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары  ирекмәндәр булып  эшләй, 350 ҡатнашыусыға 150 ирекмән тура килә. Ҡатнашыусылар менән тиң аралаша алһын өсөн, ым-ишара буйынса 50-гә яҡын тәржемәсе әҙерләнек.

Был чемпионатҡа күп кенә яңы  компетенциялар ҙа әҙерләнде. Мәҫәлән, "Декоратив сәнғәт", "Батик туҡымаһы буйынса биҙәк", "Клининг" һәм "Хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ". Шулай уҡ колледж майҙансыҡтарында ҡатмарлы ҡорамалдары булған компетенциялар ҙа тәҡдим ителә. Беҙ уларҙы бында алып килә алмайбыҙ. Улар – "Ашнаҡсы эше", "Иретеп йәбештереүсе",  "Балта оҫтаһы эше"... "Медицина һәм лаборатор анализдары", "График дизайны", "Веб-дизайн", "Мультимедиа журналистикаһы"нда ҡатнашыусылар күп, – ти Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова.

Өфөнән Элина Хөснөтдинова «Тырнаҡ сервисы» компетенцияһында ҡатнаша. Үткән йылда ярышта көсөн һынап ҡарап, призлы урын алмаған. Шуға быйыл ныҡлы әҙерләнеп килгән. Үҙе Финанс университетында уҡый, маникюр булып эшләй. Буш ваҡытында Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәте йортона йөрөп, ым-ишара менән йырлау менән шөғөлләнә.

– Үҙем тегенсе булып эшләйем, өҫтәмә рәүештә визаж менән дә шөғөлләнәм. Үткән йылда Ҡазанда үткән һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионатта ҡатнашып, алтынсы урын алғайным. Быйыл еңеүгә өмөтләнеп килдем, – ти Мәскәүҙән ҡатнашыусы Виктория Чистякова. Ул икенсе йыл рәттән «Визаж һәм стилистика» компетенцияһында көсөн һынай.

Мәскәүҙән килеүсе визаж буйынса эксперт Анастасия Андреевна Шумик әйтеүенә, бындай чемпионат ишетеү һәләте боҙолғандар өсөн шәп   мөмкинлек аса.  Ҡатнашыусыларҙың күбеһе үҙ йүнәлеше буйынса белем алмай, кемеһелер интернет селтәренән видео ҡарап ҡына өйрәнгән.

«DeafSkills – 2022» Милли чемпионаты 20 октябрҙә асылып, 22-еһенә дауам итәсәк. Уны Президент гранттары фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ойоштора, проекттың төбәк операторы - Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в