Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 15:47

Өфөлә һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионат уҙасаҡ

20 – 22 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа ишетеү һәләте боҙолған 18 – 35 йәшлектәр  өсөн DeafSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионат үтәсәк. Уны асыу тантанаһы  «Торатау» конгресс-холында була.

Өфөлә һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионат уҙасаҡ
Өфөлә һөнәри оҫталыҡ буйынса Милли чемпионат уҙасаҡ

Чемпионаттың маҡсаты - ишетеү һәләте боҙолған йәштәрҙең һөнәри оҫталығын үҫтереү һәм күрһәтеү, ишетмәгән йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү, һаңғырау һәм насар ишетеүселәрҙең һөнәри мөмкинлектәренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Милли чемпионатты Президент гранттары фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ойоштора, проекттың төбәк операторы - Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге.

Үткән йылға ҡарағанда, быйыл ярыш төрҙәре күберәк, йәш һөнәрмәндәр 34 компетенция буйынса үҙен һынаясаҡ. Унда 45 төбәктән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Бәйгеселәр «Веб-дизайн», «Визаж һәм стилистика», «Персонаждар дизайны», «Мультимедия журналистикаһы», «Слесарлыҡ эше», «Иретеп йәбештереү технологиялары», «Ювелир техникаһы», «Декоратив сәнғәт», «Теш техникаһы», «Туҡыманы художестволы биҙәү» һәм башҡа компетенциялар буйынса конкурс эштәрен башҡарасаҡ. Улар араһында яңылары – медицина һәм лаборатор анализ, туризм, клининг, адаптив физкультура һәм башҡалар ҙа бар.

Ярыштар Өфөнөң туғыҙ ҙур майҙансығында – ВДНХ ЭКСПО, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы, Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы, Өфө күп йүнәлешле һөнәри колледжы һәм башҡа урындарҙа үтәсәк. Чемпионаттың эшлекле программаһына ярашлы, ишетеү һәләте боҙолған кешеләргә эшкә урынлашыу һәм һөнәри белем алыу проблемалары буйынса «Һуңғырауҙар барыһын да эшләй ала» исемле халыҡ-ара конференция уҙасаҡ. Чемпионаттың программаһы менән сараның рәсми сайтында ошондатанышырға мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: