Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2022, 09:00

Ейәнсурала күренекле дәүләт эшмәкәренә бюст ҡуйылды

Күренекле дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, I дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Фәйзулла Солтановтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп ихатаһында уға бюст  ҡуйылды.

Ейәнсурала күренекле дәүләт эшмәкәренә бюст ҡуйылды
Ейәнсурала күренекле дәүләт эшмәкәренә бюст ҡуйылды

Фәйзулла Солтанов Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында тыуған.

Стәрлетамаҡ педагогия техникумында белем алғандан һуң, 1939 —1941 һәм 1943—1946 йылдарҙа Ейәнсура районының ауыл мәктәптәрендә уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1946—1958 йылдарҙа партия һәм комсомол эшмәкәрлеге менән мәшғүл була. 1956 йылда — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия инситутын, ә 1962 йылда КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

1962 йылдан алып Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһын атҡара. 1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булып эшләй.

1967—1990 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын башҡара.

1992 йылдың 24 ноябрендә Өфөлә вафат була, Мосолмандар зыяратында ерләнгән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: