- Хөрмәтле юл хеҙмәткәрҙәре, еңел булмаған һәм баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙҙең һөнәрегеҙ өсөн тәүлек әйләнәһе, йыл миҙгеле лә юҡ: төрлө һауа шарттарында ла юлдарҙы төҙөргә, ремонтларға һәм һәм эшегеҙҙе сифатлы итеп башҡарыуығыҙҙы дауам итәһегеҙ.
Юлсыларыбыҙҙың эш һөҙөмтәһе һәр саҡ иң юғары кимәлдә булыуын, юғары сифат һәм оҙаҡ йылдар эшләүе менән айырылып тороуын теләйем! Юл тармағы хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңышҡа килтерәсәк һәйбәт һәм тигеҙ юлдар теләйем!» – тип яҙған.
Республикабыҙҙа юл селтәре Волга буйы федераль округында иң оҙон һәм илдә оҙонлоғо буйынса икенсе урында тора. Бөгөн төбәктә автомобиль юлдарының оҙонлоғо 49 мең километр самаһы тәшкил итә. Шуларҙың 800 саҡрымы - федераль әһәмиәттәге трассалар.
Транспорт һәм юл хужалығы өлкәһендә яҡынса 28 000 кеше, шулай уҡ сиктәш тармаҡтарҙа бер нисә мең кеше эшләй.
Фото: Т. АМАНОВ.