Салауат районынының Миәшәгәр ауыл биләмәһе «Обеспечение эффективной обратной связи с жителями муниципальных образований, развитие территориального общественного самоуправления» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған.
Йылайыр районынының Йылайыр ауылы биләмәһе «Градостроительная политика, обеспечение благоприятной среды жизнедеятельности населения и развитие жилищно-коммунального хозяйства» номинацияһында еңгән.
Краснокама районының Николо-Березовка ауылы биләмәһе «Укрепление межнационального мира» номинацияһында еңеүсе булған.
Еңеүселәргә үҫеш өсөн 18-әр миллион тапшырыласаҡ. Бүләкләү алдағы йылдың Урындағы үҙидаралыҡ көнөндә 21 апрелдә үтәсәк.
– Беҙҙең республиканың бик шәп һөҙөмтә. Еңеүселәрҙе ҡотлайым, – тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.