Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь , 13:00

Башҡортостан йәштәренең интернет селтәрҙәрендә уртаҡлашыр эштәре күп!

Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн вертикаль мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан итте.

Башҡортостан йәштәренең интернет селтәрҙәрендә уртаҡлашыр эштәре күп!
Башҡортостан йәштәренең интернет селтәрҙәрендә уртаҡлашыр эштәре күп!

5 ноябргә тиклем конкурсҡа ғариза биреп өлгөр. Яңы фән йондоҙо бул!

Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Аң-белем таратыу темаһына ниндәй ҙә булһа ҡыҫҡа вертикаль ролик төшөр һәм тамашасыларға фильм аҙағын ике вариантта тәҡдим ит. Улар варианттарҙың береһенә тауыш бирәсәк. Ролигыңды Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтындағы ғариза формаһына беркет. Иң яҡшы бер нисә автор күп сериялы ысын ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Өҫтәүенә!

Конкурс йомғаҡтары буйынса финалистарҙың эштәренән ҙур фестиваль үткәреләсәк, ә мәртәбәле жюри конкурс еңеүсеһен һайлаясаҡ. Еңеүсе технологик компания проектында эш тәжрибәһе туплаясаҡ.

Ғаризаны ҡайҙа ебәрергә: https://vk.cc/chrJ0H

Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәт ошонда: https://kino.znanierussia.ru/

Бирелгән һылтанма буйынса һорау бирергә була: [email protected]

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в