Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 17:34

«Путин командаһы» премияһы тапшырылды

«Путин командаһы» премияһын Бөтә Рәсәй халыҡ фронты булдырған. Ул,  бер ниндәй хәүеф-ҡурҡынысҡа ла ҡарамай, тыуған илебеҙ өсөн лайыҡлы хеҙмәт иткән кешеләргә бирелә. Баш ҡалабыҙҙа был премияға лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.  

«Путин командаһы» премияһы тапшырылды
«Путин командаһы» премияһы тапшырылды

– Халыҡ фронты барлыҡҡа килгәндән алып ғәҙеллек өсөн көрәшә, ябай кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлай. Ул һәр саҡ мөһим һәм ҡатмарлы биләмәләрҙә эшләй, үҙҙәренең аҙымы менән донъябыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәрткән кешеләр өсөн «Путин командаһы» премияһын ойоштороусы булды. «Путин командаһы» ағзаһы булыу – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Был премия абруй ҡаҙанған, ҡаҙаныштары булған кешеләргә тапшырыла. Тап шундайҙар махсус хәрби операция барышында милләтселеккә ҡаршы көрәш алып бара, госпиталдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡара, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тергеҙә, Украинала барған хәл-ваҡиғаның дөрөҫлөгөн һөйләй, ирекмән булып эшләй, гуманитар йөктө оҙатып йөрөй. Уларҙың һәр береһе илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ҡулынан килгәнсә барыһын да эшләй, – тип белдерҙе үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Был премияға лайыҡ булыусылар араһында табиптар, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар, журналистар ҙа бар. Барлығы 10 кеше лайыҡ булды. Водитель-ирекмән Александр Анисимов, мәҫәлән,  Бәләбәй районында йыйылған гуманитар йөктө Донбассҡа алып барыуҙа  ҡатнаша. Ә Валентин Вайтович, килеп тыуған ҡатмарлы хәлдә лә, йөктө   Ростовтағы гуманитар үҙәккә алып барыуға өлгәшә. Азат Ғиззәтуллин, журналист булараҡ, гуманитар конвой менән Донбассҡа барып, ундағы хәлдәрҙе халыҡҡа еткерә.  Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән, разведка взводы командиры Әлфит Ниғәмәтйәнов Донбассҡа гуманитар ярҙам йыйыуҙы һәм оҙатыуҙы ойоштора. Ул хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға юридик ярҙам күрһәтеү, етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын тергеҙеү менән  дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, уның эше һөҙөмтәһендә 11 йыл дауамында торлаҡ алыуға иҫәпкә баҫырға тырышҡан етем Розалия Григорьеваның хоҡуҡтары тергеҙелә.

Киләһе бүләкләнеүсе – Тимерйән Рәжәпов. 2015 – 2018 йылдарҙа Башҡортостанда йәшәүсе хәрби хәрәкәт ветерандары уның менән бергә ун өс тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһында була, хәрби конфликт зонаһына 87 тоннанан ашыу гуманитар йөк йыйып, тапшыра.  Дмитрий Фәрхетдинов ике ҡатлы күп фатирлы йортта янғын һүндереүҙә үҙен күрһәткән.  Сибайҙан Эльвира Хәлисова менән Лиана Чабанова, ирекмән-медик булараҡ, Луганск һәм Донецк Халыҡ республикалары халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнаша. Олег Яровиков гуманитар конвой составында, фотожурналист булараҡ, Донбасҡа барған. Уның төшөргән фотоһүрәттәре ярҙамында Башҡортостан халҡы Донбасста барған ысынбарлыҡ ваҡиғалар менән таныша. Константин Яшин Бәләбәй районында Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторған. Уның ярҙамында  бер нисә тонна йөк йыйылған.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: