Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 14:03

Ил терәге – икмәк, ти мәсетлеләр

Ауыл икмәген кемебеҙ генә яратмай! Эй уның тәмлелеге-е-е! Бешергән ваҡытта уҡ еҫе бөтә өйгә тарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ауылда ла икмәк бешермәй, һатып алыуҙы хуп күрә башланылар. Ошоно иҫәпкә алып, Мәсетле районында «Ил терәге – икмәк» тигән икмәк фестивале ойошторолдо.

Ил терәге – икмәк, ти мәсетлеләр
Ил терәге – икмәк, ти мәсетлеләр

«Ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың күрке, йәме. Бөгөн магазин кәштәләрендә икмәктең ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә, төрлө орлоҡтар, тәмләткестәр ҡушылғаны ла етерлек. Тик улар сифаты, файҙалылығы, туҡлыҡлылығы йәһәтенән ауыл мейесендә ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән һис тә ярыша алмай, беҙҙеңсә. Бындай әпәкәйҙе бер тапҡыр ашап ҡарағандар уның тәмен башҡа бер ни менән дә бутамаясаҡ. Әммә бөгөн күпселек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ (хатта ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә), магазиндан икмәк һатып алыуға ғәҙәтләнеп, ҡомалаҡтан әсетке яһау, икмәк бешереү серҙәрен онотоп бара. Ошоно күҙ уңына алып, был эштең бөтә нескәлектәрен белеүсе оҫтабикәләребеҙ «Ил терәге – икмәк» ауыл фестиваленә йыйылды»,  – ти сараны ойоштороусы, Яңы Мишәр ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, «Ҡомартҡы” тамбурлы ҡайыу халыҡ коллективы етәксеһе Эльвира Латипова.

Был сарала барлыҡ йыйылыусыларҙы «Йондоҙ» йәмғиәте директоры, район советы депутаты Юрис Латыпов ҡотланы. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә «Иң тәмле һәм иң матур биҙәлгән икмәк,  «Иң тәмле һәм иң матур биҙәлгән бәлеш», «Иң тәмле майикмәк», «Иң тәмле киптерелгән икмәк номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Бәлеш, торт биҙәү, ҡамырҙан төрлө һындар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткән.

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: