Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 07:30

Студенттар балында ҡатнашҡың киләме? Теркәлеү башланды

23 ноябрҙә Өфө ҡалаһында Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында Студенттар балы уҙасаҡ. Уны республикабыҙҙағы Юғары уҡыу йорттарының  ректорҙары советы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.

Студенттар балында ҡатнашҡың киләме? Теркәлеү башланды
Студенттар балында ҡатнашҡың киләме? Теркәлеү башланды

Балдың төп идеяһы - донъя классик музыка һәм художество мәҙәниәте нигеҙендә Рәсәйҙәге традицион рухи ҡиммәттәрҙе уртаҡлашҡан студент йәштәрҙең юғары әхлаҡлы шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелгән күмәк театр-хореография сараһын ойоштороу.

Балдың төп бейеү программаһында дүрт тарихи бал бейеүҙәрен (полонез, гавот, вальс, романеска) ҡуйыу күҙ уңында тотола, уларҙа 50 пар студент ҡатнашасаҡ.

Балда ҡатнашыу өсөн ғаризаны түбәндәге электрон форма буйынса https://forms.yandex.ru/u/63281f45e29802fe7b152163/  14 октябргә тиклем бирергә кәрәк.

Балда ҡатнашыусылар исемлеге ойоштороу комитеты тарафынан 18 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса раҫланасаҡ. Конкурста ҡатнашыусыларҙы теркәү һәм кастинг 19 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Аҡмулла университетының 7-се корпусында (Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 7-се йорт, 114-се аудитория) үткәрелә.

Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығының 27 майындағы йөкләмәләр исемлегенә ярашлы уҙғарыла.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в