Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 14:25

«Илебеҙ тыныс булһын, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын»

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъябыҙ имен-аман, ҡурҡыныс мәхшәр тиҙерәк бөтһөн тип, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләп, Дыуан районының Ҡәҙер ауылында аҡ ҡорбан салынған.

«Илебеҙ тыныс булһын, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын»
«Илебеҙ тыныс булһын, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын»

Был хаҡта “Бәйләнештә” селтәрендә Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр итәләр. Был сарала Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡоро вәкилдәре, Ҡәҙер халҡы ҡатнашҡан.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в