

Әйҙәгеҙ, ошо электрон документ тураһында нимәләр белергә кәрәклеген асыҡлайыҡ:
- Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын нисек асырға?
Уны пациентты ҡарағандан һуң табип аса. Ауырыуҙы ҡаратыу өсөн табипты өйгә саҡыртырға йәки поликлиникаға барырға мөмкин.
- Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын баҫтырып алып, уны эш биреүсегә тапшырырға кәрәкме?
Юҡ. Кадрҙар йәки бухгалтерия бүлеге өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын баҫтырып алыу кәрәкмәй. Эш биреүсегә электрон документтың номерын хәбәр итеү ҙә етә.
- Уның номерын нисек белергә?
Формалаштырылған электрон документтың номерын һеҙгә медицина ойошмаһында хәбәр итәсәктәр. Номерҙы шулай уҡ Социаль страховкалау фонды сайтында хеҙмәттәр алыусының шәхси кабинетында vk.cc/aCBOc1 йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетта vk.cc/cfWeJT ҡарарға мөмкин.
- Шәхси кабинет аша тағы ниндәй мәғлүмәтте ҡарарға була?
«Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге шәхси кабинетҡа электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу, уны оҙайтыу һәм ябыу тураһында белдереү ҡағыҙҙары килә.
Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса тәғәйенләнгән пособиеның суммаһын Социаль страховкалау фонды сайтындағы шәхси кабинетта ҡарарға мөмкин.
- Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ документында хата киткән йәки ул шәхси кабинетта сағылыш тапмай. Нимә эшләргә?
Шәхси кабинетта һеҙҙең документ булмаһа йәки унда хата китһә, уны булдырған медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ.
- Эш биреүсе электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырғанда диагнозды белә аламы?
Юҡ. Был конфиденциаль мәғлүмәт. Ул пациентҡа һәм врачҡа ғына билдәле. Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙында «Диагноз», «Һуңғы диагноз» графалары юҡ.
Сәләмәт булығыҙ!