Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2022, 09:30

«Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем» , – тип, ҡыҙы үкһеп-үкһеп илаған

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановтың махсус хәрби операцияла ҡатнашырға йыйыныуын хәбәр иткәйнек инде. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ике аҙна элек 6 йәшлек ҡыҙы менән бик тәьҫирле һөйләшеү булыуын яҙған. – Атай, һин һуғышҡа бараһыңмы? – Әлегә бармайым бит әле, кәрәк булһа, барасаҡмын. – Ә унда нишләп барырға кәрәк? –Һиңә нисек кенә аңлатырға инде. Балалар баҡсаһында Тыуған ил тураһында шиғыр ятлауыңды иҫләйһеңме? – Эйе.

«Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем» , – тип, ҡыҙы үкһеп-үкһеп илаған
«Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем» , – тип, ҡыҙы үкһеп-үкһеп илаған

– Бына унда һин үҙең Тыуған илебеҙ берәү, уны яратырға һәм һаҡларға кәрәк, тип ятлағайның. Кәрәк икән, бөтә ир-егеттәр тора ла уны һаҡларға бара.

– Атай, бөтәһе-бөтәһе лә барамы?

– Иң-иңдәре бара.

– Ә-ә, аңланым, тәүҙә һине тикшерәсәктәрме? Һин шәпме, юҡмы икәнен.

– Шулайыраҡ. Уныһы ла бар.

– Улайһа, атай, әйҙә килешәйек.

– Әйҙә, нимә буйынса?

– Башҡалар өсөн һин насар булһаң да, минең өсөн һин – иң-иң шәбе.

Бынан һуң Асель атаһын ныҡ итеп ҡосаҡлап: «Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем» , – тип үкһеп-үкһеп илаған.

– Аселгә 6 йәш тулды. Ул  атайлыҡ бәхетен татырға өйрәткән беренсе балам, ғаиләбеҙҙе бәхеткә күмгән бала. Балаларыбыҙ беҙҙән яҡшыраҡ буласаҡ. Уларҙың киләсәге лә яҡты булһын, – тип яҙған Азат Бадранов.  

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.



 

«Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем» , – тип, ҡыҙы үкһеп-үкһеп илаған
«Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем» , – тип, ҡыҙы үкһеп-үкһеп илаған
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: