Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2022, 15:33

Был айҙа республикабыҙ халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр» төбәк ҡанунына ярашлы, 11 октябрь – Республика көнө ял көнө иҫәпләнә.

Был айҙа республикабыҙ халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Был айҙа республикабыҙ халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары советы тарафынан Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

Быйыл байрам көнө шишәмбегә тура килә. Шуға ярашлы, дүшәмбе көнө  10 октябрҙә эш көнө 1 сәғәткә ҡыҫҡара.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: