Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 08:30

Әбеш ауылында ололарҙы ҡотлағандар

1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан ауылдарҙа төрлө саралар үткәрелә. Хәйбулла районының Әбеш ауылындағы оло быуын вәкилдәре өсөн матур сара ойошторолған.  

Әбеш ауылында ололарҙы ҡотлағандар
Әбеш ауылында ололарҙы ҡотлағандар

– Мәктәп уҡыусылары матур концерт номерҙары менән һөйөндөрһә, хакимиәт, клуб, мәктәп һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған табын ҡорҙо. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен әйтеп, донъяның тыныс тороуын теләп таралышты ауылдың олатай-инәйҙәре, – тип хәбәр итә Хәйбулла районының башҡорттары ҡоролтайы.
Әлеге видеяҙмала байрамдан күренеш төшөрөлгән, Камил Илембәтов  йырлай.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: