Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 14:45

Ульяновск өлкәһе делегацияһы беҙҙең инвестиция үҫеше тәжрибәһе менән танышты

Өфөгә эш сәфәре менән Ульяновск өлкәһе делегацияһы килде. Улар төбәктең инвестицион үҫеш тәжрибәһе, Башҡортостанда  инвесторҙар йәлеп итеү практикаһы һәм уларға ярҙам саралары менән танышты.

Ульяновск өлкәһе делегацияһы беҙҙең инвестиция үҫеше тәжрибәһе менән танышты
Ульяновск өлкәһе делегацияһы беҙҙең инвестиция үҫеше тәжрибәһе менән танышты

Фекер алышыу ирекле әңгәмә рәүешендә дауам итте. Иҡтисади үҫеш министрлығы, Һанлы үҫеш министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Үҫеш корпорацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Стратегик асыштар үҙәге вәкилдәре төбәктең инвестиция ҡеүәтен формалаштырыуға булышлыҡ иткән алдынғы эштәре хаҡында ла һөйләне.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: