Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 11:53

Форумда Рәсәйҙән, Үзбәкстандан һәм Ҡытайҙан 60 компания ҡатнашасаҡ

6 – 7 октябрҙә баш ҡалабыҙҙың ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында «ЛЕГПРОМ-2022» еңел сәнәғәт форумы уҙасаҡ. Ул Башҡортостан  Хөкүмәте, республикабыҙҙың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ярҙамында ойошторола.

Форумда Рәсәйҙән, Үзбәкстандан һәм Ҡытайҙан 60 компания ҡатнашасаҡ
Форумда Рәсәйҙән, Үзбәкстандан һәм Ҡытайҙан 60 компания ҡатнашасаҡ

Еңел сәнәғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү һәм индустрияның мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн бында Башҡортостан, Рәсәй, яҡын сит илдәрҙән ошо тармаҡ вәкилдәре бер майҙанға йыйыласаҡ. Форумда шулай уҡ уртаҡ тармаҡ предприятиелары, тармаҡ фәне һәм мәғариф вәкилдәре, федераль һәм төбәк власть органдары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

–  Был форумда ҡатнашырға теләүселәр һәр ваҡыт күп. Быйыл да урындар юҡ. Республиканың 31 предприятиеһы үҙенең продукцияһын күргәҙмәлә тәҡдим итәсәк. Беҙҙә балалар кейемен дә, аяҡ кейемен дә, махсус кейем дә, күн әйберҙәр тегеү ҙә көслө. Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙ еңел сәнәғәт предприятиеларына сеймалға һәм ҡорамалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялайбыҙ, – ти Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Экспозицияны Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Ҡытайҙан 60 компания тәшкил итәсәк. Ул бер нисә тематик майҙансыҡҡа бүленәсәк. Тәүге тапҡыр форум майҙансығында мәктәп формаһы конкурс-смотры, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары студенттарынан, урындағы дизайнерҙарҙан, кейем, аксессуар етештереүселәрҙән бер нисә мода күрһәтеү һәм дефиле ойоштороласаҡ.

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: