Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 18:56

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡтыҡ

Әлеге йылдың  ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда хоҡуҡтарҙы һәм кадастр иҫәбен теркәү буйынса маҡсатлы модель күрһәткестәренә өлгәшеүҙең уртаса проценты 89 процент тәшкил иткән. Был эштең һөҙөмтәлелеге буйынса республика иң яҡшы күрһәткестәргә эйә субъекттар иҫәбенә инә һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынды биләй.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡтыҡ
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡтыҡ

Төбәк Росреестрында билдәләүҙәренсә, ил төбәктәрендә инвестиция мөхитен яҡшыртыуға йоғонто яһаусы төп йүнәлештәр буйынса эш итеүҙе һәм күрһәткестәрҙе билдәләүсе башҡа 5 модель менән бер рәттән милеккә хоҡуҡты һәм кадастр иҫәбен теркәү буйынса маҡсатлы модель Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. Хоҡуҡтарҙы теркәү һәм кадастр иҫәбе буйынса маҡсатлы моделде тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2025 йылдың 1 ғинуары.


Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: