Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 19:45

Өфөлә «аҡыллы» спорт майҙансығы төҙөлә

Оҙаҡламай баш ҡалабыҙҙа «аҡыллы» спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Борисоглебский урамы, 16-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан 79-сы мәктәп биләмәһендә ҡорамалдарҙы монтажлау эштәре әүҙем алып барыла. Төҙөкләндереү «Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Өфөлә «аҡыллы» спорт майҙансығы төҙөлә
Өфөлә «аҡыллы» спорт майҙансығы төҙөлә

Комплексҡа хоккей, волейбол, баскетбол, футбол өсөн майҙансыҡтар, йүгереү юлдары, тренажерҙар, өҫтәл теннисы һәм воркаут өсөн ҡорамалдар инә. Тренажерҙар эргәһендә QR-кодтар урынлаштырыласаҡ: улар ярҙамында күнекмәләр үткәреү өсөн кәңәштәр алырға мөмкин. Шулай уҡ майҙансыҡта 100 урынлыҡ трибуна ҡуйыласаҡ.

«Аҡыллы» майҙансыҡты урынлаштырыу эштәрен ошо йылдың октябрендә тамамлау күҙаллана.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: