Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 18:42

Эшҡыуарҙарға өлөшләтә мобилизациялау барышы аңлатылды

Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил өлөшләтә мобилизациялау барышында хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырғанда эш биреүселәрҙең ғәмәлдәрен һәм бурыстарын аңлатыу маҡсатында эшҡыуарҙар өсөн вебинар ойошторҙо. Сарала республикабыҙҙың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы һәм Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре ҡатнашты, эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин вебинар модераторы сифатында сығыш яһаны.

Эшҡыуарҙарға өлөшләтә мобилизациялау барышы аңлатылды
Эшҡыуарҙарға өлөшләтә мобилизациялау барышы аңлатылды

Сара барышында өлөшләтә мобилизацияға бәйле эшҡыуарҙарҙы борсоған һорауҙар яңғыраны. Вебинар тыңлаусыларын предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатыуға, һалым, пенсия һәм страховка түләүҙәренә бәйле мәсьәләләр нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Эшҡыуарҙар хеҙмәткәрҙәр менән нимә эшләргә, уларҙы эштән ниндәй тәртип буйынса бушатырға, заказсылар менән нисек үҙ-ара эш итергә һәм килешеүҙәр буйынса йөкләмәләр менән нисек булырға, тип һораны. Вебинарҙың видеояҙмаһын түбәндәге  һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.


Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: