Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 16:05

Радий Хәбиров мобилизация буйынса ялыу-мөрәжәғәттәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә мобилизацияланған граждандарҙың һәр береһенең фамилияһын шәхсән тикшерергә ҡушты.  

Радий Хәбиров мобилизация буйынса ялыу-мөрәжәғәттәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты
Радий Хәбиров мобилизация буйынса ялыу-мөрәжәғәттәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты

«Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр күп, улар ҡанунға ярашлы, теге йәки был ташламаларға бәйле уларҙың ире, улы йәки ағаһы саҡырылырға тейеш түгеллеген аңлата һәм документтар тапшыра. Йәғни ниндәйҙер бәхәсле мәлдәр килеп тыуа, – тип белдерҙе республика етәксеһе.

Шуға ул район-ҡала башлыҡтарына мобилизацияланған граждандарҙың исемлеге менән эшләргә кәрәклеген белдерҙе. Хәрби хеҙмәткә ҡамасаулаған мәғлүмәттәр асыҡланһа, мәсьәләне хәл итергә, хатта мобилизацияланған кешене кире ҡайтарырға кәрәк, тине.

Ул шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт итеп, өлөшләтә мобилизация буйынса ялған хәбәрҙәр менән көрәш алып барырға кәрәклеген дә белдерҙе.

«Егеттәрҙе оҙатыу саралары  тантаналы шарттарҙа үтергә тейеш, улар  үҙҙәренең хәрби бурысын үтәргә бара. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ», –  тип тә билдәләне Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: