Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 20:53

Октябрь аҙағына тиклем һигеҙ муниципалитетта йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндереләсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙы төҙөкләндереү ҙә фекер алышыу темаларының береһе булды.

Октябрь аҙағына тиклем  һигеҙ  муниципалитетта  йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндереләсәк
Октябрь аҙағына тиклем һигеҙ муниципалитетта йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндереләсәк

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова, 2020 йылғы конкурс проекттарына ярашлы,  Сибайҙа, Белоретта, Баймаҡта, Учалыла, Дәүләкәндә, Благовещенда, Йылайырҙа һәм Воскресенскиҙа төҙөкләндереүҙең беренсе этабын башҡарыуҙары хаҡында һөйләне. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен 30 октябргә тиклем тулыһынса тамамлау күҙаллана.

Туймазы, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалалары – 2021 йылғы еңеүселәр иҫәбендә. Уларҙа  беренсе этап буйынса уртаса әҙерлек - 63 процент.

- Яңыртылған йәмәғәт киңлектәре халыҡҡа уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала балалар менән йөрөргә мөмкинлек бирә,  –  тине Ирина Голованова.

Иң юғары әҙерлек проценты Благовещенда. «Тарихи үҙәкте үҫтереү. Сығанаҡтарға ҡайтыу» программаһы 90 процентҡа тормошҡа ашырылған. Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһы яры 82 процентҡа төҙөкләндерелгән. Сибайҙағы һәм Бәләбәйҙәге объекттар 75 процентҡа әҙер.

2022 йылда Бөтә Рәсәй конкурсында Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа һәм Яңауылда төҙөкләндереү концепциялары еңеп сыҡты. Был ҡалаларҙа 2023 йылда  йәмәғәт биләмәләре яңыртыла башлай.

Республика Башлығы конкурс ғаризаларының сифатын һәм проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын юғары баһаланы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: