Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 17:10

Өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙарығыҙ булһа...

Башҡортостанда йәшәүселәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуапты түбәндәге телефондар буйынса алыу мөмкинлегенә эйә: ситуация үҙәгенең 122 (өҫтәмә - 1) һәм (347) 218-19-19 буйынса.

Өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙарығыҙ булһа...
Өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙарығыҙ булһа...

Республика менән идара итеү белгестәре социаль селтәрҙәрҙәге республика халҡының һорауҙарына һәм комментарийҙарына тиҙ арала яуап бирә. Бөгөн, 26 сентябрҙә, «Аңлатабыҙ Башҡортостан»  ресурсында чат-бот эшләй башланы. Ул өлөшләтә мобилизация буйынса йыш биргән һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдерҙе.

Ул шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалында бөгөн киске сәғәт 8-се яртыла махсус брифинг уҙасағын да хәтергә төшөрҙө. Бында һүҙ өлөшләтә мобилизация хаҡында барасаҡ. Унда Башҡортостандың хәрби комиссары, республика Хөкүмәте министрҙары ҡатнашасаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: