Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 08:30

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Социаль селтәрҙәрҙә, айырыуса, телеграмм-каналдарҙа шундай бот таратыла, йәнәһе уның ярҙамында мобилизация исемлеген тикшерергә мөмкин (VOENKO**).

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Ошо тг-ботты асһағыҙ, һеҙ аккаунтҡа инеү мөмкинлеген юғалтаһығыҙ, ә аккаунттың үҙенән спам тарала башлаясаҡ.

Үҙегеҙҙе яҡлау өсөн телеграмм көйләгесендә ике этаплы аутентификация үтегеҙ.

Быны нисек эшләргә?

Көйләгестәр → Конфиденциаллек → Ике этаплы аутентификация. Шунан һуң - күрһәтмәләрҙе үтәгеҙ, аккаунт өсөн пароль уйлап табығыҙ һәм шәхси электрон почтағыҙҙы бәйләгеҙ.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу, шулай уҡ мобилизация хаҡында бөтә мәғлүмәтте үҙегеҙҙең хәрби комиссариаттан ғына ала алаһығыҙ.

Военкоматтарҙың адрестары һәм телефондары ошонда:
https://voenkomats.ru/bashkortostan/
https://vk.cc/cgN8Ti

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: