

Райондың ветерандар советы рәйесе Роза Аллағолова Миңзада Рыҫбаеваның барып, хәлен белгән. 98 йәшлек инәй ҡыҙының хәстәрлекле ҡулында, ниндәйҙер ярҙамға мохтаж түгел. Шулай ҙа иғтибар бүленеүенә һәр ваҡыт шат, көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ла ҡыуанып ҡаршы алған. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, үҙе лә ярҙам итергә тырыша. Миңзада инәй акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылып, Донецк, Луганск халыҡ республикалары халҡына үҙ ҡулдары менән бәйләгән йылы әйберҙәрен бүләк иткән. Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәтенең "Бәйләнештә" төркөмөндә хәбәр итәләр.
Фото: Т. АМАНОВ.