

Әлеге ваҡытта «Абилимпикс» халыҡ-ара хәрәкәтендә 53 ил ҡатнаша. Рәсәйҙә хәрәкәт «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының бер өлөшө булып тора.
Инвалидтар һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурстар үткәреү инклюзив йәмғиәт үҫешенә ярҙам итә. Ә «Абилимпикс» стандарттары профессиональ белем биреү системаһы өсөн адаптив программалар нигеҙенә әйләнде. Быйыл чемпионат «Бергәләп көслөрәк!» девизы аҫтында үтә.
Беҙҙең конкурсанттар 79 компетенцияның 70-ендә ярыша, шул иҫәптән «Уҡыусылар» категорияһында - 46, «Студенттар» - 74, «Белгестәр» категорияһында - 15 ҡатнашыусы. Уларҙың 135-е ошо көндәрҙә барған көндөҙгө-дистанцион этапта ярыша, тағы ла 20 кеше Мәскәүҙә көсөн һынаясаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.