Йәмғиәт
10 Сентябрь 2022, 06:30

Баш ҡалабыҙҙа өмәләр башланды

Унда баш ҡала халҡы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, предприятие һәм ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары әүҙем ҡатнаша.

Баш ҡалабыҙҙа өмәләр башландыБаш ҡалабыҙҙа өмәләр башланды
Баш ҡалабыҙҙа өмәләр башланды

Йола әйләнгән өмәләр санитар айлыҡҡа ярашлы үткәрелә, улар 2 октябргә тиклем дауам итәсәк һәм биләмәләрҙе таҙартыуға арналасаҡ. Унан тыш,  ихаталарҙы, урамдарҙы һәм парктарҙы йәшелләндереү, шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеү эштәре старт аласаҡ.

Әйткәндәй, 24 сентябрҙә өфөләрҙе «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашырға ла саҡыралар.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас