Йәмғиәт
6 Сентября 2022, 11:30

Рәсәйҙә ғәҙәти булмаған вакансиялар тәҡдим ителә

Белгестәр тәҡдимдәргә һығымта яһап, иң ғәҙәти булмаған вакансияларҙы атаған. Мәҫәлән, Мәскәүҙәге бер компания дуҫлыҡ буйынса белгес эҙләй. Эше лә ауыр түгел, хеҙмәттәштәреңдең уңышына ҡыуаныу, уларҙы төшкө ашҡа оҙата барыу, шаяртыуҙарына көлөү икән.  

Рәсәйҙә ғәҙәти булмаған вакансиялар тәҡдим ителәРәсәйҙә ғәҙәти булмаған вакансиялар тәҡдим ителә
Рәсәйҙә ғәҙәти булмаған вакансиялар тәҡдим ителә

Ә Түбәнге Новгородта Рәсәй премьер-лигаһының «Пари Түбәнге Новгород» - «Факел» матчы башланыуға календарь-менеджер вакансияһы тәҡдим ителгән. Был эшкә урынлашырға теләгәндәргә футболды һәм Михаил Шуфутинскийҙың ижадын яратырға кәрәк булған. Компания хатта эш эҙләүсегә быуындар өсөн май бирергә вәғәҙәләгән.

Өсөнсө ғәҙәти булмаған вакансия Магнитогорск ҡалаһында табылған. Бында матәм церемониймейстеры эҙләйҙәр. Уның эше нимәнән ғибәрәтме? Кеше шәхсән матәм телмәре яҙа белергә, уны дәғүәсе үҙе уҙғарған тантанала һөйләргә тейеш. Был вакансияға урынлашырға теләүселәр толеранлыҡҡа, һөйләү оҫталығына эйә булырға, ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белергә тейеш икән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас